Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Август 2019, 13:32

“Табип фекерләй белергә тейеш”

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһының өҫтөнлөгө ниҙә? Буш лозунг түгеллеген халыҡ яҡшы аңланы хәҙер. Беренсенән, һеҙгә тар белгескә алдан яҙылыу кәрәкмәй. Икенсенән, үҙәк район дауаханаһына бармаһағыҙ ҙа була – табиптар һеҙгә үҙҙәре киләсәк. Өсөнсөнән, бер көндә анализдар бирергә, күсмә модулдә тикшеренеү үтергә, шулай уҡ бөтә белгестәрҙән кәңәш алырға мөмкин.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһының өҫтөнлөгө ниҙә? Буш лозунг түгеллеген халыҡ яҡшы аңланы хәҙер. Беренсенән, һеҙгә тар белгескә алдан яҙылыу кәрәкмәй. Икенсенән, үҙәк район дауаханаһына бармаһағыҙ ҙа була – табиптар һеҙгә үҙҙәре киләсәк. Өсөнсөнән, бер көндә анализдар бирергә, күсмә модулдә тикшеренеү үтергә, шулай уҡ бөтә белгестәрҙән кәңәш алырға мөмкин.


“Айырыуса өлкән йәштәгеләр автопоезд килеүенә шат, – ти Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Морад Авзалов. – Беҙҙең ра­йонда ул июль аҙағында эшләй башланы. Ун табибыбыҙ дүрт ауылда булып, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтте. Тәүге өс көндә Ямаҙы табиплыҡ амбулаторияһында ғына бер меңдән ашыу пациент ҡабул ителде”.


Яңауыл районында 47 фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс табиплыҡ амбулаторияһы эшләй, халҡы йөҙ кешенән дә кәм булған ауылдарҙы күсмә бригадалар хеҙмәтләндерә.


– Район хакимиәте яғынан медицина тармағына иғтибар ҙур. Йәш белгестәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы­лайбыҙ, хакимиәт фатирҙар менән тәьмин итә. Әгәр торлаҡты ҡуртымға алып йәшәргә теләһәләр, компенсация түләнә. Беҙгә бөгөндән участка терапевтары эшкә килһә, һөйөнөп ҡабул итер инек. Невролог, ревматолог, рентгенолог кеүек тар белгес­тәргә лә мохтажлыҡ бар. Өр-яңы рентген аппараты алдыҡ. Оҙаҡламай компьютер томографыбыҙ буласаҡ. Был мөмкинлектәр халыҡты һауыҡ­тырыуҙа ырамлы аҙымдар яһаясаҡ. Дауаханала тәүге ҡан тамырҙары һәм поликлиника бүлексәләре өр-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәренә лә эшләү күңелле булыр.


– Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡы­ғандар, белем алғандан һуң, тыуған төйәктәренә эшкә ҡайтамы?

– Бөтәһе лә әйләнеп ҡайтмай шул. Әммә хәлебеҙ ул тиклем дә мөшкөл түгел әле. Өфөнән ультратауыш буйынса белгесте, теш табибын көтәбеҙ. Йәнә бер нисә терапев­тың килеүенә ышаныс бар.


– Медицина хеҙмәтләндереүе сифаты күтәрелеүенә өмөтөгөҙ ҙур. Бы­ға нимәнең этәргес булыуы мөмкин?

– Компьютер томографияһы үҙе генә лә медицинала ҙур мөмкинлек­тәр аса. Уның һиҙгерлеге, рентген менән сағыштырғанда, йөҙ тапҡырға юғарыраҡ. Ауырыуҙарға диагноз ҡуйыуҙа ул табиптар өсөн ышаныслы ярҙамсы буласаҡ.

Минеңсә, тармаҡты техника, медицина ҡорамалдары менән йыһаз­ландырыуҙан тыш, табиптарҙың клиник фекерләүен камиллаштырыу, үҫтереү өҫтөндә арымай-талмай эш­ләргә кәрәк. Фекерләү ҡеүәһенең дә­рә­жәһенә ҡарап, табиптың квалифи­ка­цияһын билдәләп була.


Клиник фекерләүгә эйә табип сирҙең дөйөм күренешен, асыҡлан­ған бөтә билдәләре менән күҙ алдына килтереп, тәжрибә логикаһынан сы­ғып, ауырыуҙың тәбиғәте тураһында ваҡытлы ҡарар ҡабул итә ала. Ошо саҡта ғына аныҡ диагноз ҡуйылыуы, дөрөҫ дауа билдәләнеүе мөмкин.


– Йыл башында районда сабый­ҙар үлеменең юғары булыуын йәшер­мәйһегеҙ. Ә хәлде нисек яҡшырт­тығыҙ?

– Эш схемаһын үҙгәртеүҙән баш­ланыҡ. Акушерлыҡ-терапия комис­сияһын етәкләүҙе үҙ өҫтөмә алдым. Һәр пациентты контролгә алып, һәр сетерекле хәл тураһында фекер алышырға, кәңәшләшергә өйрәндек. Үткән йылдың ошо осоро менән са­ғыш­тырғанда, районда үлем осраҡ­тары кәмей төштө. Ете айҙа 200-гә яҡын сабый тыуҙы. Күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн фельдшер-акушер­лыҡ пункттары, табиплыҡ амбулаториялары эшмәкәрлеген йәнләнде­реү, диспансерлаштырыуҙы әүҙем үткәреү мөһим. Медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинле­ген арттырғанда һәм еңелләштер­гәндә, күп проблемаларҙың үҙенән-үҙе юҡҡа сығыуы көн кеүек асыҡ.
Читайте нас: