Тәүге никахтан тыуған ун һәм ете йәшлек ике ҡыҙына 400 мең һум, икенсе никахтан донъяға килгән ете йәшлек ҡыҙы һәм өс йәшлек улына 300 мең һумдан ашыу бурысы бар. Атай кеше бер ҡайҙа ла рәсми рәүештә эшләмәгән, милке юҡ, суд ҡарарын үтәмәгән. Уның водителлек хоҡуғын сикләгәндәр һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Тик бындай язалар менән атайҙы бурысын түләргә мәжбүр итеп булырмы? Һис тә ышанғы килмәй. Ә балалар үҫә, атайҙың йылы ҡарашын, матди ярҙамын көтә.