Рәсәй Дәүләт Думаһы әсәлек капиталын ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтә. Яңы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән.
Шулай итеп, дәүләт тарафынан бүленгән аҡсаны ғаиләләр баҡса участкаһында йорт төҙөүгә йә иһә булғанын төҙөкләндереүгә тотона аласаҡ. Закон проектында һүҙ шәхси торлаҡ төҙөлөш объекттары хаҡында бара. Шуға ла айырманы аңларға кәрәк: аҡсаны баҡса йорто төҙөү өсөн түгел, ә шәхси йорт һалыу өсөн бирәсәктәр. Был хаҡта Рәсәй Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар буйынса комитеты рәйесе Тамара Плетнева белдерә.
Әммә участкала быға тиклем төҙөлгән баҡса йорто торған икән, уның да программаға инеү “мөмкинлеге” буласаҡ. Бының өсөн бинаны йылытыу, коммуникациялар үткәреү талап ителә. Хәйер, был нормалар ҡануниәттә аныҡ билдәләнгән, шуға ла яңы закон проектында “реконструкциялау” тигән пункт бар. Ошонан һуң инде төҙөлөш объектын “шәхси торлаҡ йорт” тип билдәләһәләр, тимәк, әсәлек капиталын йортҡа коммуникациялар үткәреү өсөн файҙаланып буласаҡ, мәҫәлән. Был ғәмәл дә реконструкциялауҙың бер өлөшө булырға тейеш.
Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, әлегә тиклем әсәлек капиталы аҡсаһына шәхси төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән ерҙә генә йорт төҙөргә була ине. Әммә 2019 йылдың 1 ғинуарынан шәхси йорттарҙы баҡса участкаһында ла төҙөп булыу мөмкинлеген биргән закон үҙ көсөнә инде. Тимәк, әсәлек капиталы тураһындағы ҡануниәт ғәмәлдәге нормаларға ярашлы үҙгәртелә.
Фото: s16.stc.all.kpcdn.net