Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
13 Февраль 2020, 10:30

Эшләгән пенсионерҙарҙың өмөтө аҡланманы

Эштән китеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, пенсионер үҙенә тейешле индексация аҡсаһын аласаҡ.

Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе яңғырағандан һуң эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланыу мөмкинлеге тураһында күп һүҙ йөрөнө. Яңыраҡ Рәсәй Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Антон Кутяков белдереүенсә, бөгөнгө закон нигеҙендә эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау ҡаралмағаны билдәле булды.
Бары улар эшләгән дәүерҙә пенсияны арттырыу өсөн страховкалау коэффициенттары иҫәпләнәсәк, тине министр. Эштән китеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, пенсионер үҙенә тейешле индексация аҡсаһын аласаҡ. Шуның менән бергә “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаттары Конституцияға төҙәтмәләр тураһында закон проектын ҡарауға эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын мотлаҡ индексациялау йәһәтенән тәҡдим индерергә ниәтләй.
Фото:Kubnews.ru
Читайте нас: