Башҡортостан
-8 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль мәсьәлә
17 Июнь 2020, 12:00
Смартфон башҡортса һөйләшә!
Гаджеттар йырлай, иҫәпләй, хәреф һәм һүҙҙәрҙе башҡорт, татар телдәрендә дөрөҫ итеп әйтә. Тәүгеләрҙән булып уларҙы Сибай ҡалаһының балалар баҡсалары алды.
Башҡортостанда балалар өсөн бик үҙенсәлекле гаджеттар сығарыла башланы. Уйынсыҡ планшеттар һәм смартфондар йырлай, иҫәпләй, хәреф һәм һүҙҙәрҙе башҡорт, татар телдәрендә әйтә.
Интерактив уйынсыҡтар ярҙамында балалар һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, интонацияны һайларға өйрәнәсәк. Шиғырҙарҙы ятлау еңелләшәсәк, сәскә, үлән, йәнлек исемдәрен иҫтәрендә тиҙерәк ҡалдырасаҡ. Ғөмүмән, яңы аҡыллы гаджеттар донъяны танып белеүҙә бына тигән ярҙамсы буласаҡ, ти смартфондарҙы етештереүселәр.
Оҙаҡламай уйынсыҡ планшеттар һәм смартфондар бөтә республиканың мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларына юл аласаҡ. Тәүгеләрҙән булып гаджеттарҙы Сибай ҡалаһының балалар баҡсалары алды. Проект Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырылды.
#детибашкириисчастье
#башҡортостанбалалары
Фото:Bash.News.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.