Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Июнь 2020, 22:30

Пособие ҡасан һәм нисек түләнә?

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр иғтибарына!

Өс йәштән ете йәшкә тиклем балалары өсөн аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы ата-әсәләрҙән алынған ғаризалар нигеҙендә 29 июнгә ҡарата 20 меңдән ашыу балаға әлеге пособие билдәләнгән һәм түләнгән.
Бөтә ҡабул ителгән ғаризалар Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге ҡарамағына алынды. Ғариза биргән һәр кешегә пособиеның тәғәйенләнеүе йәки ғаиләнең уға хоҡуғы булмауы тураһында мотлаҡ хәбәр ителә.
Әгәр пособие тәғәйенләү документтар теүәл булмау сәбәпле кире ҡағылһа, һеҙ ҡабаттан ғариза яҙа алаһығыҙ. Һәр осраҡта ла аҡсалата түләү 1 ғинуарҙан тәғәйенләнәсәк, иң мөһиме 2020 йыл аҙағына тиклем мөрәжәғәт итеп өлгөрөргә кәрәк. Әммә был түләү өсөн һеҙҙең хоҡуғығыҙ булыуы һәм уның раҫланыуы шарт. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлеге пособие аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тәғәйенләнә.
Июль айында өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары өсөн аҡсалата түләүҙе май-июнь айҙарында ғариза биргән граждандар аласаҡ.
Фото: chaiknet.ru
Читайте нас: