Башҡортостан Хөкүмәтендә президиум ултырышында яңы проект әҙерләнде. Уға ярашлы, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған йәки инвалид бала үҫтергән ғаиләләргә бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәр тейеш.
Түләү 250 мең һум тәшкил итә. Ул мотлаҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонолорға тейеш. Аҡса ер участкаһы урынына түләнә. Тимәк, кемдеңдер йорт төҙөү өсөн ер алғыһы килмәй икән , ул ошо суммаға дәғүә итә ала. Ер биләмәһе йәки аҡса алыу мәсьәләһен ғаилә үҙе хәл итә.
Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ, аҡсалата ярҙам торлаҡ йәки ер участкаһы алыуға, йорт төҙөүгә йәки башланған төҙөлөштө ослауға, ипотека буйынса бурысты түләүгә йүнәлтелә. Был проект өҫтөндә әле эш дауам итәсәк.
Хөкүмәт Премьер–министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровты ҡарар ҡабул итеүгә сикләү индерелеүе, ни бары 30 көн бирелеүе аптыратты. “Ә ғаилә ошо ай эсендә хакимиәткә ҡарары хаҡында хәбәр итмәһә, тимәк, ул аҡсанан баш тартҡан булып сығамы? Бәлки, ул ауырығандыр, йәиһә ситкә сығып киткәндер? Ғөмүмән, ниңә кешене сикләргә? Уларҙың уйлашҡыһы, кәңәшләшкеһе киләлер, баҙарҙы өйрәнергә, варианттарҙы ҡарарға ла кәрәк... Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүе уйын түгел. Ҡайһы саҡта быға тотош ғүмер китә,” - тине ул.
Проектта тағы бер сикләү бар – аҡсаны бер йыл эсендә тотонорға кәрәк. Өлгөрмәһәң, 250 мең һум алыуға хоҡуғың юғаласаҡ.
Был сикләүгә лә Андрей Назаров ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. “Сикләү аңлашылмай. Әгәр ҙә кешенең хоҡуғы бар икән, ниңә уның менән бер йыл ғына файҙаланырға мөмкин? Ниңә уны сикләүҙәр эсенә ябырға кәрәк? Беҙҙә бюрократия мәғәнәһеҙ кәртәләр ҡорорға әүәҫ – тегендә ярамай, бында ярамай...”- тип, вице-премьер проектты камиллаштырырға ҡушты.
Эдуард Кудрявицкий фотоһы.