Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Март 2022, 11:00

Ҡатын-ҡыҙ төрмәлә лә нәфис зат булып ҡала...

Хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәләгән ике меңдән ашыу сағыу сәскә иректәге аҫыл затты һөйөндөрҙө. 

Ҡатын-ҡыҙ төрмәлә лә нәфис зат булып ҡала...
Ҡатын-ҡыҙ төрмәлә лә нәфис зат булып ҡала...

Стәрлетамаҡ холоҡ төҙәтеү учреждениеһында ләләләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәләгән ике меңдән ашыу сағыу сәскә иректәге аҫыл затты һөйөндөрҙө. 

Тотҡондағы ҡатын-ҡыҙ ҙа матурлыҡты ярата һәм һоҡлана белә. Сәскә үҫтереүҙән тыш, колония йәшелсә һәм үҫентеләр үҫтереүҙә махсуслаша. Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ инде, теплицалағы гүзәллек уларҙың кәйефен күтәрә, һәр бер сәскәне хәстәрләп тәрбиәләргә тырышалар.

Анастасияның яратҡан шөғөлө ул - баҡса үҫтереү. Яҙғы сәскәләрҙе ваҡытында өлгөртөү өсөн ҡыҙ быйыл айырыуса ҙур тырышлыҡ һалған.

Уғрылыҡ арҡаһында колонияға килеп эләккән Анастасия был ҡылығы өсөн үкенеп бөтә алмай. ”Аҡса булмауы, эшһеҙлек һөҙөмтәһендә законды боҙҙом,” - ти ул.

Дүрт айҙан иреккә сығасаҡ, уны өйҙә ата-әсәһе һәм ҡыҙы көтә. Колония уға хаталарын таныуҙан тыш, күңеленә ятҡан эш табырға ла ярҙам иткән.

Бында йыл әйләнәһенә төрлө культуралар үҫтерелә. Колонияла тотҡондарҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштыралар, хеҙмәт хаҡы түләйҙәр. Ярҙамсы хужалыҡ республикалағы бөтә колонияларҙы йәшелсә менән тәьмин итергә булыша. Колония хеҙмәткәрҙәре үҫентеләр төрҙәрен арттырырға уйлай, тимәк, хөкөм ителгәндәр өсөн эш урындары ла артасаҡ тигән һүҙ.

Фото: cityopen.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: