9 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе, унда берҙәм кадрҙар үҙәген булдырыу мәсьәләләре һәм төбәктә халыҡтың рәсми булмаған мәшғүллеген кәметеү буйынса саралар ҡаралды.
Республикала 2019 йылдан мәшғүллек хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса тотош саралар комплексы тормошҡа ашырыла, тип билдәләне Премьер-министр.
- Беҙҙең төп бурыс – эшкә урынлашыуҙа иҫке алымдарҙан баш тартыу, граждандар менән онлайн-хеҙмәттәшлек итеүгә күсеү. Һуңғы ике йылда Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта заманса мәшғүллек үҙәктәре барлыҡҡа килде. Республика һөҙөмтәле кадрҙарҙы проектлау үҙәген булдырыу был башланғыстың артабанғы үҫеше буласаҡ, - тине Андрей Назаров.
Ағымдағы йылда Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы федераль һәм төбәк бюджеттары менән берлектә финанслау шарттарында Рәсәй Федерацияһының 15 субъектында халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен комплекслы модернизациялау буйынса пилот проектының беренсе сиратын ғәмәлгә ашырыу тураһында иғлан итте.
Проекттың төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһында “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге идарасыһын булдырыу. Был хаҡта тулыраҡ республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
- Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте моделен Өфө ҡалаһындағы республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге тәшкил итәсәк. Ул үҙ эсенә яңыртылған халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре селтәрен, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең карьераһын проектлау, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү һәм республиканың инвестиция проекттарын кадрҙар менән тәьмин итеү үҙәктәрен ала. Муниципалитеттарҙағы бөтә мәшғүллек үҙәктәре лә ребрендинг (яңырыу, яңыса үҙгәртеп ҡороу) үтәсәк, - тип билдәләне социаль яҡлау министры.
Был яңылыҡтар ғариза биреүсенең йәшәгән урынына ҡарамайынса хеҙмәттәр күрһәтеү, профилле булмаған функцияларҙы ҡыҫҡартыу, эш биреүселәрҙең тейешле квалификациялағы хеҙмәт ресурстары менән ҡәнәғәт булыу-булмауын, ә граждандарҙың мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәттәре менән ҡәнәғәт булыу кимәлен күтәреү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Андрей Назаров был эш йүнәлешенең мөһимлеген билдәләне һәм республиканың мәшғүллек хеҙмәтен модернизациялау кәрәклеген хупланы.
Әлеге теманы дауам итеп, республика Хөкүмәте Премьер-министры социаль селтәрҙә лә яҙма ҡалдырҙы.
“Көнбайыш компаниялары Рәсәйҙә үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Хеҙмәт баҙарында көрсөк барлыҡҡа килмәһен өсөн, беҙ көн һайын предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ебәреү ихтималлығын күҙәтә башланыҡ.
Кадрҙар эштән киткән осраҡта, беҙ уларҙы яңы эш урындарына ҡабаттан бүлергә ниәтләйбеҙ. Кешеләрҙе яңынан уҡытасаҡбыҙ. Ошо маҡсатҡа өҫтәмә аҡса бүлеү өсөн Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығына мөрәжәғәт иттек.
Шулай уҡ был эште һөҙөмтәле ойоштороу өсөн заманса Республика кадрҙар үҙәген булдырасаҡбыҙ. Ул ҙур матди-техник һәм методик комплекс буласаҡ һәм республиканың бөтә мәшғүллек үҙәктәрен бер селтәргә берләштерәсәк. Был халыҡҡа, йәшәгән урынына ҡарамай, эш эҙләү буйынса хеҙмәттәр алырға мөмкинлек бирәсәк. Хәҙер ваҡытта иһә, мәҫәлән, әгәр кеше Сибайҙа йәшәй икән, Стәрлетамаҡта уға ярҙам күрһәтелә алмай.
Ошонда уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү, миграция һәм хеҙмәт мобиллеген арттырыу мәсьәләләре буйынса яңы бүлексәләр ойошторабыҙ. Шулай уҡ инвесторҙар өсөн кадрҙар һайлау менән шөғөлләнәсәкбеҙ.
Өлкәндәрҙән тыш, үҙәктә йәштәр менән дә эшләйәсәктәр. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проектлау үҙәге асыласаҡ, ул һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итәсәк”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru, https://vk.com/wall555400080_104