“Йәшел йылан”дың ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыян-фажиғәләре хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. Эскелектең тап Рәсәй өсөн үҙәккә үткән проблема булғанын йәшерәһе түгел.
Мәҫәлән, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә туҡтап үтәйек. Статистика күрһәтеүенсә, беҙҙең илдә һәр 29-сы кеше алкоголизм менән сирләй, ирҙәр биш тапҡырға күберәк.
Маҡсат үҙгәрешһеҙ ҡала
Алкоголдән үлемдең мөһим күрһәткестәренең береһе булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо айырмаһын да билдәләргә була. Эскелек проблемаһы булмаған мосолман илдәрендә был һан, мәҫәлән, дүрт-биш йыл тәшкил итә. Һыра күп ҡулланылған дәүләттәрҙә был ара – уртаса алтыға, ә шарапҡа өҫтөнлөк биргән, сәнәғәте үҫешкән илдәрҙә һигеҙгә тиң. Әммә күңелһеҙ исемлектә беренселекте Рәсәй алып тора: беҙҙә ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмер оҙонлоғо араһы яҡынса 14 йыл тәшкил итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек проблемаһы, уға ҡаршы нисек кенә көрәшмәһендәр, һаман көнүҙәк булып ҡала. Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә алкоголле эсемлектәрҙе ҡәтғи рәүештә тыйып ҡына әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшеп булмағанға инандыҡ. Бының сере ябай: иң тәүҙә йәмғиәттә йәшәү рәүешенә булған ҡарашты үҙгәртеү зарур. Үҙеңдең, яҡындарыңдың яҙмышын билдәләү бары үҙебеҙҙән генә торғанын аңларға кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа был мәсьәләгә дәүләт кимәлендә лә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектының да төп маҡсаттары – ил халҡының һау-сәләмәт ғүмер оҙонлоғон 67 йәшкә еткереү, тыуымдың дөйөм коэффициентын бер ҡатынға 1,7-гә тиклем еткереү, сәләмәт тормош рәүеше алып барған граждандарҙың һанын арттырыу, физик культура һәм спорт менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнгәндәр һанын 55 процентҡа еткереү.
Әйтергә кәрәк, был йәһәттән Башҡортостандың тотош Рәсәйгә таратырлыҡ ыңғай тәжрибәһе бар. Һүҙ һуңғы йылдарҙа республикала уңышлы тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” бәйгеһе хаҡында бара.
Бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдарҙа үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс булараҡ танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсаты бер – кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.
Ғөмүмән, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелде.
Эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында ойошторолған “Айыҡ ауыл” конкурсының кимәле лә бермә-бер күтәрелде, приз фонды ла миллиондарса һумға еткерелде. 2020 йылдағы бәйгелә ҡатнашыу өсөн республика ауылдарынан йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, ауыл-ҡасабаларҙағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, төрлө категорияла 12 еңеүсе билдәләнде.
Әлеге ваҡытта иһә “Айыҡ ауыл-2021” конкурсы бара, күптән түгел уның муниципаль этабы тамамланды һәм республика кимәлендәгеһе башланды. Дөйөм алғанда, ошо конкурста ҡатнашыу өсөн йәмғеһе 1537 ауыл ғариза биргән, республика этабына 54 ауыл үткән. Улар артабан да көс һынашасаҡ һәм июндә бәйгегә йомғаҡ яһаласаҡ. Приз фонды тағы ла миллиондарса һум менән иҫәпләнә. Был финанс саралары, ғәҙәттә, ауылдарҙы төҙөкләндереү, балаларға уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү һәм башҡа файҙалы ғәмәлдәр өсөн тотонола.
Шул уҡ ваҡытта бәйгенең төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡала – кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу. Шуныһы шатлыҡлы – әлеге ваҡытта йәмәғәтселектә сәләмәт тормошҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу бар, әүҙемлек күҙәтелә. Быны интернет селтәрендә һәм матбуғат сараларында райондарҙа ойошторолған сараларҙың яҡтыртылыуы буйынса күреп торабыҙ (хәҙерге заманда мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә тарала). Был проект тап ошо әүҙемлекте дәртләндереүгә йүнәлтелгән, сөнки айыҡ тормош эсеүҙе ташлау тигәнде генә аңлатмай, был – сәләмәт тормош рәүешен, йәмғиәттәге әүҙемлекте, мәшғүллекте пропагандалау, ғөмүмән, тормошҡа айыҡ ҡараш булдырыу ҙа.
Халыҡ сараға етди ҡарай
Бәйге барған осорҙа халыҡ араһында алкоголле эсемлектәрҙе һәм тәмәкене ҡулланыуға, рекламалауға ҡаршы аңлатыу эштәре алып барыла, алкоголь, тәмәке, наркотиктар ҡоллоғона эләккән кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙе һәм башҡа зарарлы матдәләрҙең файҙалы яҡтары булыуы тураһындағы уйҙырмаларҙы, ҡалыптарҙы инҡар итеү йәһәтенән мәғлүмәти аңлатыу эштәре алып барыла, сәләмәтлек, һаулыҡ һаҡлау темаһына төрлө саралар ойошторола.
Шулай уҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсы нигеҙендә халыҡҡа психотерапевт, нарколог һәм психолог кеүек белгестәрҙең һөнәри ярҙамын күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу элемтә” ойошторола, республика халҡының психиатр-нарколог, психотерапевт һәм психологтарҙан башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультациялар алыу мөмкинлеге лә бар.
Унан тыш, республиканың мәшғүллек үҙәктәре лә, ошо бәйгегә ярашлы, халыҡты эшкә урынлаштырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара. Мәҫәлән, 2021 йылдың октябренән 2022 йылдың ғинуарына тиклем был йәһәттән йөҙҙәрсә консультация үткәрелгән, тиҫтәләрсә кеше эшкә урынлаштырылған, мәғлүмәти ярҙам алған.
Һандарға килгәндә, мәшғүллек үҙәктәренең “ҡыҙыу бәйләнеш”тәренә ошо айҙарҙа ун меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, ғинуарҙа ғына – 2040 кеше ( уларҙың 1223-ө – ҡатын-ҡыҙ, 817-һе – ир-ат).
Кешеләрҙе тәүге сиратта хеҙмәт баҙарындағы хәл, вакансиялар, белем алыу, һөнәри йүнәлеште үҙгәртеү, социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алыу, үҙ эшеңде асыу кеүек мәсьәләләр борсой.
Йәш буйынса иҫәпләгәндә, мөрәжәғәт итеүселәр араһында 30 йәшкә тиклемгеләр – 2543, 31 йәштән 49-ғаса – 5335, 50-не уҙғандар – 2257 кеше.
Шулай уҡ, “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектына ярашлы, йыл дауамында халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү инфраструктураһы яңыртылған. Ошо йәһәттән баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы, Нефтекама ҡалаһындағы төньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәктәренә заманға ярашлы ремонт яһалған.
Эйе, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәү, уның мәшғүллеген хәстәрләү, оло йәштәгеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу “Демография” милли проектының төп йүнәлештәре булып тора һәм эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, “Айыҡ ауыл” конкурсы тураһында төрлө район вәкилдәре урындарҙа башҡарылған аныҡ эштәрҙең артыуын, халыҡтың был сараға етди ҡарауын, күптәрҙең күңелендә йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә теләк һәм дәрт-дарман барлыҡҡа килеүен билдәләй.
Өлгө булырға тейешбеҙ
Йәмғиәттә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, эскелеккә ҡаршы көрәшеү өсөн күп көс түккән билдәле милләттәшебеҙ, дәүләт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, “Айыҡ ауыл” проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева тәү сиратта йәштәр араһында әүҙем эш алып барырға өндәй.
– Алкоголь һатып алыу өсөн тейешле йәш кимәле төрлө илдәрҙә 18–21 булып ҡала, ә Рәсәйҙә, документты күрһәткәндә, 18-ҙән (бәлиғ булғандан) мөмкин. Сит илдәрҙәге хоҡуҡи норма, үҫешкән илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, үҫмерҙәрҙең алкоголь ҡулланыуына ҡаршы һөҙөмтәле көрәш сараһы тип билдәләнгән һәм ҡануниәт унда аныҡ эшләй. Мине шул ҡыҙыҡһындыра: республикала бәлиғ булмағандарға алкоголь һатҡаны өсөн күпме һатыусыға штраф һалынған икән? Дуҫтар, ә һеҙ берәй һатыусының ҡулына шешә тотоп торған үҫмерҙән документын һорағанын күргәнегеҙ бармы?
Сит илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, алкоголь һатыуҙы ҡыҫҡартыуҙың иң һөҙөмтәле саралары – документтарҙы етди контролдә тотоу, һатыусылар өсөн тренингтар һәм магазиндарҙа даими контроль һатып алыуҙар уҙғарыу. 16-17 йәшлек кадеттарҙы йәлеп итеп, контроль һатып алыуҙар үткәргән илдәр үҫмерҙәр, йәштәр араһында алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү буйынса һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәште, шулай уҡ, тәртип боҙоу осрағы асыҡланғанда, штраф һалыу буйынса ла, – тип билдәләй Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
Был йәһәттән ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, Белорет районының Абҙаҡ ауылының “Сельчанка” магазины хужабикәһе Зилиә Исмәғилева шәхси сауҙа нөктәһендә дүшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем алкоголь һатыуҙы сикләгән.
– Әлбиттә, табыштың бер өлөшөн юғалттым, – ти Зилиә Ғәфүр ҡыҙы, – әммә аҡса иң мөһиме түгел. Бәлки, кешеләр эш аҙнаһына иҫәп тоторға, балаларға насар өлгө күрһәтмәҫкә күнегеп китер. Үҙемдең дә ғаиләм бар: ҡыҙым – өсөнсө класс уҡыусыһы, улым балалар баҡсаһына йөрөй.
Зилиә Исмәғилева, был башланғысты башҡа ауыл магазиндары ла күтәреп алыр, тип ышана. Айыҡлыҡ йәшәү нормаһына әүерелһен, ти ул.
Әйткәндәй, Абҙаҡ ауылы йыл һайын тиерлек “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Бында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн бик күп саралар үткәрелә. Зилиә Исмәғилеваның башланғысы ла – ыңғай һәм һөҙөмтәле күренеш.
Эйе, илебеҙҙең киләсәге өмөтлө һәм ныҡлы булһын өсөн, һис шикһеҙ, эште йәш быуындан башларға кәрәк. Әммә уларға нимәлер өйрәтер һәм аңлатыр өсөн, тәү сиратта, үҙебеҙ йәшәйешебеҙ, булмышыбыҙ, рәүешебеҙ менән уларға һәр йәһәттән өлгө булырға тейешбеҙ.
Ксения БОБКОВА, нарколог-психиатр:
– Алкоголизмдың нимә икәнен һәм ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын барыбыҙ ҙа белә. Шуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттә был сир таралғандан-тарала. Тормош сифатының түбәнлеге, демографияның түбәнәйеүе менән бергә милләттең эскелеккә бирелеүе – иң ҙур социаль проблемаларҙың береһе. Медицина хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, эш биреүселәр һәм ил Президенты ла ошо көнүҙәк мәсьәләгә яңынан-яңы ҡайтып, хәл итеү юлдарын эҙләй.
Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә тормошҡа ашырылған проекттар, программалар – шуға асыҡ миҫал. Эскелектең иң тәүҙә ауыр хроник сир булыуын танырға кәрәк. Ҡайһы бер осраҡта ауырыуҙы һауыҡтырыу мөмкин дә түгел. Даими һәм оҙайлы эсеү организмды патология хәленә төшөрә, кеше тыйып торғоһоҙ рәүештә эскегә бирелә, шәхес деградацияға бирелә.
Алкоголизмды наркоманияның бер төрө итеп ҡарау ҙа дөрөҫ, сөнки уның нигеҙендә алкоголгә ҡарата физик һәм психик бәйлелек ята. Этил спиртының ағзаларға һәм туҡымаларға нисек тәьҫир итеүен ҡыҫҡаса ғына ҡарайыҡ: ағыулы матдәләр йәнле күҙәнәктәргә зарар килтерә, организмда тарҡалған өлөшсәләре лә зыянлы. Этил спирты бауырҙа әсей һәм тарҡалған матдә төрлө ағзаларҙы ағыулай, микроциркуляция боҙола, һөҙөмтәлә тромбтар барлыҡҡа килә. Алкоголдең һаулыҡҡа нисек зыян итеүен тәфсирләп һөйләүҙең кәрәге лә юҡ, заманында бына тигән матур кешене лә танымаҫлыҡ ҡартайтып, кәкрәйтеп ҡуйғанын күргәнебеҙ бар.
Шуға күрә, ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барыу яғындамын. Тормош иҫ киткес күп яҡлы, ә ғүмер берәү генә. Уның әһәмиәтен тулыһынса баһалар өсөн мотлаҡ хәмер татып ҡарарға кәрәкмәй.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.