Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Март 2022, 12:40

Ваҡытлы ла, урынлы ла

Артабан йәшәрлек һәм эшләрлек көс, дәрт-дарман биргән.

mintrud.bashkortostan.ru
Фото:mintrud.bashkortostan.ru

Республикала ил Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендәге саралар уңышлы бойомға ашырылыуын дауам итә. Мәҫәлән, теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр өсөн адреслы ярҙам күрһәтеү саралары күптәргә ыңғай һөҙөмтә килтергән, артабан йәшәрлек һәм эшләрлек көс, дәрт-дарман биргән.

 

Нимә ул социаль контракт?

 

Ошоға ҡағылышлы ыңғай миҫал – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә (яңғыҙ йәшәгән граждандарға) ярҙам итеү йөҙөнән социаль контракт нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамы күрһәтеү.

Ябай итеп әйткәндә, социаль контракт – халыҡты социаль яҡлау учреждениеһы менән граждан араһындағы килешеү ул. Уға ярашлы, социаль яҡлау учрежде­ниеһы гражданға (уның ғаиләһенә) матди һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү бурысын ала, ә граждан һәм уның ғаиләһе социаль адаптациялау программаһына ярашлы программа сараларын тормошҡа ашыра. Социаль килешеү өс айҙан бер йылғаса төҙөлә.

Социаль контракттың маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен граждандарҙың әүҙемлеге нигеҙендә юғарыраҡ күтәреү, ауыр тормош хәлен еңер­лек һәм матди хәлен яҡшыртырлыҡ үҙаллы килем сығанаҡтарын табырға ярҙам итеү.

Социаль контракт түбәндәге йүнә­лештәр буйынса тормошҡа ашырыла:

– мәшғүллек үҙәге ярҙамында әүҙем эш эҙләү;

– профессиональ һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу;

–  шәхси эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырыу;

– шәхси хужалыҡты алып барыу;

– ауыр тормош хәленән сығыуҙы тәьмин иткән башҡа мөмкин­лектәрҙе тормошҡа ашырыу.

Сараға ҡарап, түләүҙәрҙең күләме төрлө булыуы ихтимал. Уларға, мәҫәлән, ихатала хужалыҡ ҡоролмалары төҙөргә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар, эш ҡоралдары, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һатып алырға мөмкин. Быларҙың маҡсаты – граждан үҙ-үҙен тәьмин итә алырға тейеш. Социаль контракт саралары үтәлеү дәүләт органдары тарафынан мотлаҡ тикшерелә, шарттар үтәлмәгән осраҡта контракт өҙөлә.

 

Һандар һөйләй

 

 2022 йылда Башҡортостанда адреслы социаль ярҙам йүнәлеше буйынса 5200 социаль контракт төҙөү күҙаллана.

Былтыр республикала шундай уҡ 5102 социаль контракт төҙөлгән. Ошо маҡсатҡа бүленгән бюджет саралары – 486,5 миллион һум – ваҡытында һәм тулы күләмдә үҙләштерелгән. Был йәһәттән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова түбәндәге фекерен белдерҙе:

 – Икенсе йыл рәттән Башҡорт­ос­танда федераль ҡаҙнанан софинанслау шарттарында социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Был эштең һөҙөмтәлелеге йәһәтенән беҙ илдәге тәүге 20 төбәк араһына индек. Дәүләттән алынған аҡсаны һөнәри белемде камиллаштырыр, үҙ эшеңде асыр, шәхси хужалыҡ алып барыр өсөн ҡулланырға мөмкин.

Быйыл финанслау күләме 579,6 миллион һум буласаҡ, тип күҙаллана. Уларҙың 486,9 миллион һумы – федераль (84%), 92,7 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан. Бүленгән финанс саралары ярҙамында 5250-нән ашыу контракт төҙөләсәк, тип планлаштырабыҙ, –  тип билдәләй ведомство етәксеһе.

Ағымдағы йылдың 5 мартына 729 социаль контракт төҙөлгән, уларҙың 268-е – эш эҙләүгә; 142-һе – шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәр­легенә; 34-е – шәхси хужалыҡ алып барыуға; 285-е – ауыр тормош хәленән сығыу өсөн башҡа саралар күреүгә. Әлеге ваҡытта социаль контракттар нигеҙендә 75,78 миллион һум түләүҙәр тормошҡа ашырылған.

 

Шарттарын үтәгеҙ

 

Әгәр ҙә һеҙ әлеге ваҡытта ҡат­марлы тормош хәлендә ҡалған­һығыҙ, ярҙамға мохтажһығыҙ икән һәм был йәһәттән социаль контракт яҡшы ғәмәл булыр ине тип иҫәпләһәгеҙ, түбәндәге шарттарҙы үтәү зарур.

Беренсенән, граждан урындағы мәшғүллек үҙәге аша эшһеҙ булараҡ иҫәпкә торорға, эш эҙләү порталдарында теркәлергә, унда үҙ резюмеһын урынлаштырырға тейеш.

Икенсенән, әгәр кеше яңы һөнәр алырға йәки квалификацияһын күтәрергә ниәтләй икән, белем алыу өсөн уға өҫтә­мә аҡсалата ярҙам күрһәтелеүе ихтимал.

Өсөнсөнән, граждан үҙ эшен асырға ниәтләне икән, буласаҡ эшҡыуарға аҡсалата ярҙам бер тапҡыр күрһәтелә. Уны кәрәкле ҡорамалдар алыу, эш урындары булдырыу, ҡуртым өсөн түләү һәм башҡа маҡсаттарға тотонорға мөмкин.

Адреслы ярҙамға мохтажлыҡ кимәлен халыҡты социаль яҡлау органдары вәкилдәре билдәләй. Социаль контракт, үрҙә билдә­ләнгәнсә, 3 айҙан 12 айға тиклем төҙөлә, ҡәтғи нигеҙ булған осраҡта ғына ул оҙайтылыуы ихтимал. Контракт ваҡыты арауығында халыҡты социаль яҡлау органдары вәкил­дәре граждандың һәм уның ғаиләһенең эшмәкәрлеген даими контролдә тота, социаль адаптация кимәлен, күрелгән сараларҙың һөҙөмтә­лелеген билдәләй.

 

Әгәр ярҙам булмаһа...

 

Өфөлә йәшәгән Дания Сәғитова социаль контракттың үҙенсәлек­тәрен үҙ миҫалында аңлатып бирҙе. Яңғыҙы бала тәрбиәләгән ҡатын һөнәре буйынса – ашнаҡсы. Ул эшләгән кафе пандемия ваҡытында ябылған, унан ҡабаттан эшмәкәрлеген тергеҙә алмаған.

 – Эшһеҙ ҡалдым, етмәһә, балам бәләкәй, йыш ауырый, уға әллә күпме сығым китә. Дөрөҫөн әйткәндә, үҫеп килгән бәләкәсемә карауат та һатып ала алмай инем. Социаль ярҙам минең өсөн бик ваҡытлы булды. Балама йыһаз хәстәрләнем, башҡа кәрәк-яраҡ алдым. Түләүҙәр ярты йылға иҫәпләнгәйне. Был осор ауыр хәлдән сығыу юлдарын барларға, аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирҙе, – ти ул.

Ике бала үҫтергән Елена Адиясова ла ҡасандыр ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған. Был осорҙо хәтерләһә, уның әле лә кәйефе төшөп китә.  “Ярҙам итер кешем юҡ, фәҡәт үҙемә ышанырға тура килә”, – ти ул. Ҡасандыр бухгалтер дипломы алған ҡатын бынан бер нисә йыл элек бәләкәстәре хаҡына һөнәрен үҙгәрткән, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башлаған. Әммә пандемия осоронда ҡасабалағы баҡса ябылғас, Елена эшһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған.

– Башта аптырап ҡалдым: аҡса юҡ, ә йәшәргә кәрәк. Бер ваҡыт миңә мәшғүллек үҙәгенән шылтыраттылар һәм яңы проект – социаль контракт барлығын бәйән иттеләр. Уның бар шарттарына ла тап килгәнемде төшөндөм. Эш тәҡдим иттеләр, унда урынлашҡан хәлдә, өҫтәмә пособие булырын да аңлаттылар. Был түләү минең бәләкәс эш хаҡына яҡшы өҫтәмә булды, – ти Елена.

Эйе, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, ҙур, һәм ул тәү сиратта илдәге социаль хәлде яҡшыртыуға, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: