Бөтә Рәсәй эксперттары “Әүҙем оҙайлы ғүмер-2021” конкурсы финалсыларын билдәләне. Улар араһында Башҡортостандың “Социаль өлкә ойошмаларына ярҙам итеү ресурс үҙәге” проекты ла бар. Ул өлкәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, сәләмәт һәм әүҙем ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән. Шуға ярашлы йөҙҙән ашыу социаль хеҙмәткәр ололарҙы хәстәрлек менән солғау, уларҙың хәрәкәтсәнлеген, әүҙемлеген арттырыу, мәнфәғәттәрен яҡлау, аралашыуҙарын сағыу итеү өҫтөндә эшләне.
Ҡыҙыҡлы идеялар тыуа
Ғөмүмән, Башҡортостан Башлығының тәҡдиме менән 2020 йылдың октябрендә эш башлаған “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проекты өлкәндәр өсөн генә түгел, бөтә республика халҡы өсөн өлгө булырлыҡ. Ул нигеҙләнгән, төптән уйланылған һәм бер нисә йүнәлеште – тормош сифаты, сәләмәтлек, уҡыу, туризм, ял, ижад, физик әүҙемлекте үҙ эсенә алыуы менән ҡиммәтле. Шулай уҡ ирекмәнлек, кәңәшсе-тәрбиәселек, мәшғүллек тә тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Айырыуса пенсионерҙар һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ойошторолған социаль турҙарҙа ҡатнашыу теләге халыҡта көслө булды. Быйыл ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн эксперт советы республика маршруттары буйлап 165 социаль турҙы һайланы. Бөтәһе 905 кеше турист юлламалары менән тәьмин ителәсәк. Апрель айынан республикала юлламалар хаҡын өлөшләтә субсидиялауға сертификаттар бирелә.
Ни өсөн өлкән быуынға ҡарата хәстәрлекте арттырыу бөгөн бығаса булмағанса мөһим? Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты һаҡлауҙы иң юғары милли өҫтөнлөк тип билдәләне. 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын – 78, быйыл иһә 74 йәшкә еткереү планлаштырыла. Бик ҙур маҡсат был. Бөтә Рәсәйҙәге кеүек, республикабыҙҙа ла хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙән өлкәнерәктәрҙең һаны артыуын дауам итә. 2021 йылдың 1 ғинуарына ул 24,2 процент (971 мең) тәшкил итте, шуға күрә граждандарҙың, шул иҫәптән оло быуындың да, сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән етди саралар кәрәк.
Былтыр эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, муниципалитеттар мәғлүмәттәре буйынса, проектта ҡатнашҡандар һаны 500 мең тәшкил иткән. Төп йүнәлеш, әлбиттә, сәләмәтлек. Былтыр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан сәләмәтлек мәктәптәре, иҫкәртеү акциялары үткәрелде, “Көмөш быуын” рәүешендәге диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын 25,7 мең кеше үтте. “Өсөнсө йәш университеты” ололарға яңы белем биреү, финанс, хоҡуҡ, һанлы һәм компьютер курстарын үҙләштереү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Хөкүмәт ултырыштарының береһендә билдәләүенсә, урындарҙа пенсионерҙарҙың әүҙем рәүештә йәмәғәт эштәренә ылығыуы, тәжрибә уртаҡлашыуы, яңынан-яңы идеялар менән янып йәшәүе күҙәтелә.
Яңы офоҡтар асыла
– Яңыраҡ Ағиҙел ҡалаһында үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә проекттың нисек эшләүе менән таныштыҡ. Ҡала халҡы Ағиҙелде йыл да пенсионерҙар спартакиадаһын үткәреү майҙаны итеп күрергә теләй. Был мәсьәлә республиканың Спорт министрлығы менән берлектә ыңғай хәл ителде.
Спорт һәм физик әүҙемлек – оҙайлы ғүмер кисереүҙең бер мөһим өлөшө. 41 муниципалитетта йыл әйләнәһенә эшләгән йәйәү һәм скандинавса йөрөү өсөн “Сәләмәтлек һуҡмаҡтары” барлыҡҡа килде. Уларҙың башҡа биләмәләрҙә лә булыуын теләйбеҙ, – тигән теләк белдерҙе Ленара Иванова Хөкүмәттәге проектты үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә.
Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе туризм менән ҡыҙыҡһына, республиканың иҫтәлекле, тарихи урындары менән танышырға иҫәптәре ҙур. Айырыуса “Өфө ҡунаҡтарҙы ҡаршылай”, “Бөрө – тарих һәм заман”, “Красноусолдың изге сығанаҡтарына”, “Торатау геопаркы” һәм башҡа мауыҡтырғыс программаларҙы халыҡ үҙ итте. Сәйәхәттәр иҡтисад йүнәлештәрен үҫтерергә лә ярҙам итә, йәмәғәт туҡланыуы, сувенирҙар етештереү, урындағы эшҡыуарлыҡты йәнләндереү йәһәтенән дә отошло.
Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса 2021 йылдың декабрендә “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” порталы эш башланы. Ул бер урында бөтә мәғлүмәтте тупларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, клуб, студия, секцияларҙа күнекмәләр графигы менән танышырға, онлайн тәртибендә яҙылырға мөмкин буласаҡ. Ҡайһы берәүҙәр ҡалала йәшәп тә, Башҡортостандың йәмле, иҫтәлекле урындарын күрмәүе, ә ауылдағыларҙың ошоға тиклем баш ҡалаға аяҡ баҫмауы ла ихтимал. Программа ошо “аҡ таптарҙы” бөтөрөүгә, хаҡлы ялдағыларҙың тормошон йәнләндереүгә, сағыу итеүгә йүнәлдерелгән дә инде. “Башҡортостанды унда йәшәүселәр өсөн асырға кәрәк”, – республика етәксеһенең Хөкүмәт ултырыштарының береһендә яңғыраған тапҡыр һүҙҙәре – программаны тормошҡа ашырыуҙа этәргес көс булыуына ишара. Тимәк, муниципалитеттарҙы ижади эштәр, яңы илһөйәрлек маршруттарын булдырыу буйынса яңы офоҡтар көтә.
Оло йәштәгеләрҙең ижади ҡомары, дәрте “Мин һине яратам, тормош!” тип аталған республика фестиваленең өсөнсө һәм дүртенсе зона этаптарында иғтибарҙы йәлеп итте. 21 район һәм ҡаланан 850 пенсионер, ижади коллективтар конкурста маһирлыҡтарын, оҫталыҡтарын һалып, еңеү өсөн көрәште. Оло йәштәгеләрҙең дәртенә, тырышлығына, сәменә йәштәр көнләшерлек! Уларҙың күбеһенә – 85 йәш, хатта унан да олораҡтар бар. Хеҙмәт ветерандары – барыбыҙ өсөн дә һоҡланыу, аҡыл, илһам өлгөһө. Өлкәндәрҙең әүҙемлек кимәле мәғлүмәттәрҙән ваҡытында файҙаланыу мөмкинлегенә лә бәйле, шуға күрә үрҙә әйтелгән яңы порталдың йәнле, һөҙөмтәле эшләүе, уның даими тулыландырылып тороуы кәрәк. Республикала башҡарылған һәм башҡарыласаҡ сараларҙың хеҙмәт ветерандарының тормошон яҡтыраҡ, йөкмәткелерәк итеүе, йәшәргә дәрт-көс уятыуы, һөҙөмтәлә ғүмер оҙайлығын арттырыуға лайыҡлы өлөш индереүе бәхәсһеҙ.
Өлкән быуынға хөрмәт
“Әгәр кеше һуңғы көнө тураһында ғына уйлап йәшәһә, Ер йөҙөндә тормош бер урында туҡтап ҡалыр ине”, – тип яҙған халыҡ шағирының фекере менән нисек килешмәйһең?! Ярҙамға мохтаж, яңғыҙ ҡалған кешеләрҙең яҙмышы йәмғиәтте уйландырырға, уларҙың көнкүреш шарттарын уңайлыраҡ, кешелеклерәк итеү тураһында хәстәрлек менән солғанырға тейеш. Был йәһәттән дә ыңғай миҫалдар бар. “Демография” һәм “Өлкән быуын” милли проекттарына ярашлы, республикала өлкәндәрҙе оҙайлы тәрбиәләү перспективалары ла төҫмөрләнә башланы. Мәҫәлән, был ҡырҡыу мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль аҡсаға яңы заманса объекттар төҙөү планлаштырыла. Беренсеһе Благовещен психоневрология интернаты биләмәһендә – хәҙерге заман талаптарына ярашлы шәфҡәтлелек бүлеге төҙөләсәк. Икенсеһе баш ҡалала, “Именлек” геронтология үҙәге биләмәһендә 2023 йылда һалына башлаясаҡ. Киләсәктә Өфөлә 200 урынға иҫәпләнгән, паркы, магазины, теплицаһы, оҫтаханалары булған яңы типтағы пансионат төҙөләсәк. Уның ҙур ихтыяж менән файҙаланыуы мөмкин.
– Кеше хаҡлы ялға сыҡҡас, йыш ҡына яңғыҙлыҡ менән осраша. Туған-тыумасаһы булмағандарға айырыуса ауыр, уларҙың тормошо төҫһөҙләнә, күңелһеҙгә әүерелә. Күптәр үҙ эсенә йомола, уларҙы эстән “кәрәкһеҙлек” тойғоһо кимерә. Хәҙерге заман йәмғиәтенә яраҡлашыу ауыр бирелә, шуға күрә өлкәндәр өсөн аралашыу, иғтибар, мәғлүмәтлелек бик мөһим.
Был йәһәттән Рәсәйҙә тәүге майҙандарҙың береһе булған “Өсөнсө йәш халыҡ университеты” социаль үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы пенсионерҙар өсөн бушлай төрлө саралар, күнекмәләр уҙғара. Беҙҙең девиз – “Өлкән быуынға – хөрмәт һәм хәстәрлек!” –ти йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Рафиҡ Ғилмийәр улы Рафиҡов.
Сәйәхәттә ҡатнаша алалар
Йыш ҡына уҡыусыларыбыҙ “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы менән таныштырыуҙы, унда кемдең ҡатнаша алыуы тураһында һорай. Ҡыҫҡаса яуаптар бирәбеҙ.
Проект Рәсәй Федерацияһының 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәштән өлкән ир-ат граждандары, шулай уҡ оҙаҡ эшләп пенсияға сыҡҡан кешеләр өсөн.
Тур проектта ҡатнашыусы теркәлгән биләмәлә башлана. Һәр районда үҙенең көн тәртибе һәм турист программаһы бар. Сәфәрҙе профессионалдар башынан аҙағына тиклем алып бара. Автобус маршруттары Башҡортостан бюджеты иҫәбенә ойошторола.
Нисә тапҡыр программала ҡатнашырға мөмкин? Әлеге ваҡытта 2022 йыл квоталары тормошҡа ашырыла. Һәр кем йылына бер тапҡыр ҡатнаша ала, шул иҫәптән 2020–2021 йылдарҙа сәйәхәттә булғандар ҙа. Үҙең менән уңайлы спорт аяҡ кейеме, тәбиғәт торошона ярашлы кейем, зонт, баш кейеме, кәрәкле дарыуҙар, фотоаппарат, документтар, аҡса алырға кәрәк.
Үкенескә ҡаршы, киҫкен, хроник һәм нәҫел ауырыуҙары, йоғошло сирҙәргә дусар кешеләрҙең хәүефһеҙлеген маршрутта гарантиялау мөмкин түгел. Әммә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн йәйәүләп үтә торған ҡыҫҡа маршруттар бар. Экскурсия башланыуға, транспорт яҡын киләсәк.
“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы буйынса һорауҙарығыҙ менән [email protected] порталына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Эш тәртибе 10:00 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем.
Динә АРЫҪЛАНОВА