Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Июнь 2022, 22:30

Яҙмыш елдәре Асыға илткәс...

Белорет районынан фельдшер Фәриҙә Ноғомановаға яратҡан эше иң ауыр мәлдәрендә лә ярҙам иткән.

Яҙмыш елдәре Асыға илткәс...
Яҙмыш елдәре Асыға илткәс...

47 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы Ноғоманова Белорет районының Асы ауылы амбулаторияһында фельдшер булып эшләй. Фиҙакәр хеҙмәте дәү­ләт тарафынан да юғары баһа­ланған: ул Рәсәй һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 2003 йылда “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Ғәбдөк ауылында эшләп йөрөгәндә ул ғүмерлек яҙмышын осрата. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтын тамамлаған Рәшит Ноғомановтың тыуған ауылы мәктәбендә тарих теленән уҡытып йөрөгән мәле була. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү хисе уяна. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп улдары һәм ҡыҙҙары донъяға килә.

1986 йылда Ноғомановтар Белорет ҡалаһына күсә. Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы дауахананың ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлегенә эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта лаборант та була, 1993 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай.

2000 йылда ире Рәшит Әхмәтғәле улын Асы урта белем биреү мәктәбенә директор итеп тәғәйенләгәс, ғаилә ауылға ҡайтып төпләнә. Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы Асы амбулаторияһында фельдшер булып эшен дауам итә. Асынан тыш, Береш, Берештамаҡ, Мулдаҡай, Исҡушта ауылдары халҡына ла медицина хеҙмәте күрһәтә.

Тормош шатлыҡ-ҡыуаныстарҙанн ғына тормай, төрлө һынауҙар ҙа осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 45 йыл бергә татыу ғүмер кисергән тормош иптәше былтыр фажиғәле һәләк була...

Балалары, яҡындары, яратҡан эше был ауыр һынауҙы күтәрергә ярҙам итә. 

Ноғомановтарҙың улдары Дим ғаиләһе менән Белорет ҡала­һында төпләнгән, ул – ике ҡыҙ атаһы. Ҡыҙҙары Динә – Мәскәүҙә, уның ғаиләһендә лә ике бала үҫә.

Фәриҙә Ноғоманова – Асы ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбленең алмаш­тырғыһыҙ ағзаһы. Халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта башҡа­рыусы булараҡ та күптәргә билдәле.

Фото: Фәриҙә Ноғоманованың шәхси архивы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: