Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Ғинуар 2023, 13:24

Шарттар хәҙер бөтөнләй икенсе

Пациенттарҙы өр-яңы бинала ҡабул итәләр.

Ниндәй генә заман булмаһын, фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылда йәшәгәндәр өсөн медицина ярҙамы күрһәткән төп ойошмаларҙың береһе булып ҡала. Фельдшерҙың эше еңелдән түгел: сабыйҙарҙы, ауыр сирлеләрҙе өй беренсә ҡарау, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн тикшереүҙәр, медицина процедуралары уҙғарыу – барыһы ла тырышлыҡ, сабырлыҡ, мәрхәмәтлелек, оло яуаплылыҡ сифаттарын талап итә.

Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа республикала яңы һаулыҡ һаҡлау биналары күп төҙөлә. Быйыл Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды. Һөҙөмтәлә хәҙер тәүге медицина ярҙамын 214 кеше, шул иҫәптән 34 бала ала.

Яңы медицина пунктында фельдшер Зәриә Иҫәнғужина пациенттарҙы хеҙмәтлән­дерә. Ул – бында күптән үҙ кеше, медицина өлкәһендә 34 йыл хеҙмәт стажы бар. ”Бындай уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын күрһәтеү минең өсөн ҙур бүләк булды. Тимәк,  бындай ярҙамдың сифаты ла яҡшыра, унан файҙаланыу мөмкинлеге лә арта”, – ти фельдшер.

Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты тейешле ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ менән тәь­мин ителгән. Әйткәндәй, һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты ла – һәр кем файҙаланырлыҡ сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, ауыл ерендә  йәшәгән халыҡ хаҡында ла хәстәрлек күреү.

Зәриә Иҫәнғужина 1987 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлаған. 1987 – 1990 йылдарҙа “Салауатнефтемаш” йәмғиә­те дауаханаһында эшләгән, 1991 йылдан – Стәрлебаш районы үҙәк район дауахана­һының Һарайҫа ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер. Зәриә Әбҡәдир ҡыҙы ошо һәм күрше Үрге һәм Түбәнге Шәкәр ауылдарын хеҙмәтләндерә.

Ул – шәп спортсы ла. Ваҡытында һәүәҫкәр йүгереүселәр араһында Ташкент, Кишинев һәм башҡа ҡалаларҙа үткәрелгән спорт сараларында алдынғы урындарҙы яулаған. Тормош девизы: “Алға һәм алға! Бер ҡасан да бирешмәҫкә!”

Зәриә Иҫәнғужина – сығышы менән Стәрлебаш районының Шәкәр ауылынан. Ире Рәмил ҡасандыр фермерлыҡ менән шө­ғөлләнгән, әле Себер тарафтарында эшләй.

Улдары Айнур ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре. Ҡатыны Гөлүзә менән Алтынай исемле ҡыҙ һәм Искәндәр исемле ул тәрбиәләйҙәр. Игеҙәк ҡыҙҙары Гөлиә менән Юлиә икеһе лә кейәүҙә. Бына тигән уңған хужабикә генә түгел, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған шәп белгестәр ҙә.

Йәшәү мәғәнәһен ғаиләлә һәм тырыш хеҙмәттә тапҡан Зәриә Әбҡәдир ҡыҙы баҡса­һында сәскәләр үҫтерергә ярата, спорт ме­нән шөғөлләнеүен дауам итә. Ул башҡа­ларҙы ла әүҙем, сәләмәт тормош алып барырға саҡыра.

 Айһылыу НИЗАМОВА

Стәрлебаш районы.

Читайте нас: