Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар 2023, 13:39

“Эс ауыртҡанға терапевтҡа яҙыуҙары дөрөҫмө?”

Табиптарға яҙылыуҙың мөһим ҡағиҙәләре.

medkombirsk.ru
Фото:medkombirsk.ru
  1. “Нисек яҙылырға?”

Министрлыҡтың контакт-үҙәге аша 122 (өҫтәмә 2) телефоны буйынса яҙылыу графигы түбәндәгесә: эш көндә­рендә 7.30 сәғәттән 19 сәғәткә, шәмбелә – 8.00 сәғәттән 16.00 сәғәткәсә, йәкшәмбелә 8.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем. “МТС”, “Билайн”, “Мегафон” абоненттарының мобиль телефонынан шылтыратыу бушлай. ”Дәүләт хеҙмәттәре”, “Берҙәм медицина порталы”, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы аша ла яҙылырға мөмкин.

 

2.“Минең эсем ауырта, ни өсөн гастроэнтерологка түгел, ә терапевтҡа яҙалар? Был законлымы?”

Был дөрөҫ, тәртип шундай. Терапевт һалҡын тейгәнде генә дауаламай бит, ул – киң профилле белгес, үҙенсәлекле медицина диспетчеры. Ул һеҙгә анализдар тәғәйенләй, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса дауалау билдәләй йәки тар белгескә ебәрә. Эс ауыртыуҙың сәбәптәре төрлө – ашҡаҙан-эсәк юлы сире лә, миокард инфаркты, хатта онкология билдәһе булыуы ла ихтимал. Терапевтан йәки педиатрҙан тыш, үҙаллы дөйөм практика табибына, хирург, офтальмолог, отоларинголог, дерматолог, инфекционист, уролог, акушер-гинеколог, стоматолог, психиатр, нарколог, фтизиатр, фельдшер кеүек белгестәргә яҙыла алаһығыҙ. Икенсе тапҡыр килгәндә табип һеҙҙе үҙенә йәки башҡа табипҡа тура яҙа. Мәҫә­лән, эндокринологта булғандан һуң ул һеҙгә ике аҙнанан йәнә килергә ҡушһа, был саҡта терапевтҡа барырға кәрәкмәй.

 

  1. “Медицина ярҙамы күрһәтеүҙең билдәләнгән срогы бармы?”

 Бар, әлбиттә. Ашығыс (экстрен) ярҙам 20 минут эсендә күрһәтелә. Кисектергеһеҙ ярҙам – ике сәғәт эсендә. Участка табибы хеҙмәтлән­дереүе – 24 сәғәт дауамында. Онкологияға шик тыуғанда консультация өс көн эсендә бу­лырға тейеш. Табип-белгестең планлы кон­сультацияһы – 14 көндә. Ультратауыш, компьютер томог­рафияһы, магнит-резонанслы томография һәм башҡа тик­шеренеүҙәр –14 көндә.

  1. “Ашығыс ярҙам йәиһә кисектергеһеҙ ярҙам кәрәк­леген нисек билдәләргә?”

Ғүмергә хәүеф янағанда мот­лаҡ “Ашығыс ярҙам” саҡы­ртығыҙ. Бында һүҙ имгәнеү, ҡан ағыу, йөрәк өйәнәге, инсульт, тын алыу функцияһы боҙо­лоуы, аң юғалтыу тураһында бара. Сәләмәтлеккә хәүеф тыуғанда (ә ғүмергә түгел) ки­сектергеһеҙ ярҙам саҡыртырға кәрәк. Мәҫәлән, хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә, температура, ҡан баҫымы күтәрелгәндә. Әлбиттә, хәлдәр төрлөсә була, икеләнгән саҡта диспетчер ярҙамға килә. Уларҙың һыналған эш алгоритмы бар. Шуға күрә табипты саҡырғанда диспетчер һорауҙарына аныҡ яуап бирергә тырышығыҙ.

 

  1. “Мин ауырыйым, ә табипҡа ике аҙнанан һуң ғына яҙалар. Ни эшләргә?”

Көтөргә ярамай! Был ғү­мерегеҙ өсөн бик хәүефле. Ашығыс осраҡтарҙа һеҙҙе шул уҡ көндә ҡабул итергә тейеш­тәр. Һәр поликлиникала кисек­тергеһеҙ медицина ярҙамы кабинеты бар, унда эшләгән табип һеҙгә ярҙам күрһәтә йәки стационарға оҙата ала.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: