Өфөлә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2022 йылғы эш йомғаҡтарына һәм 2023 йылғы бурыстарға арналған киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе.
– Республикабыҙҙың халыҡты социаль яҡлау системаһы сираттағы тапҡыр тотороҡло булыуын иҫбатланы, ә һеҙ, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, ҡатмарлы заманда ла юғары һөнәри кимәлде раҫланығыҙ, – тине ултырышта ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Төп доклад менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Иң тәүҙә ул мәшғүллек күрһәткестәренә туҡталып китте. Эшһеҙ тип теркәлгән граждандар һаны бер йыл эсендә 22 меңдән 16 мең кешегә ҡалды. Рәсәйҙә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 0,7 процентҡа аҙайһа, Башҡортостан буйынса был күрһәткес 1,5 процент булды.
“Предприятиеларҙа мәшғүллекте өҫтәмә ярҙам саралары күреү һөҙөмтәһендә һаҡлап ҡала алдыҡ”, – тине Ленара Хәким ҡыҙы. Был саралар иҫәбендә яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү курстары ла ыңғай йоғонто яһаған.
Министр билдәләүенсә, иҡтисади шарттар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, эш хаҡының үҫеше дауам иткән: отчет йылының 11 айында был күрһәткес 15,8 процентҡа артҡан һәм 47 мең һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән, йәғни фараз күрһәткестәренән 1,8 процентҡа юғарыраҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш хаҡын һуңлатып биреү проблемаһы һаҡлана әле: уның буйынса бурыс 194 миллион һумға артҡан. Хәлде “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади көрсөккә эләгеүе ауырлаштыра.
Былтырғы туғыҙ ай күрһәткестәренә ярашлы, халыҡтың реаль аҡсалата килеме алдағы йылға ҡарата 97,8 процент тәшкил иткән. Ленара Иванова быйыл уның буйынса ыңғай динамикаға өлгәшеү бурысы ҡуйылыуы – был күрһәткестең 100,1 процентҡа етергә тейешлеген әйтте. “Бының өсөн барыбыҙға ла, муниципаль һәм башҡарма власть органдарын да иҫәпкә алып, фәҡирлек кимәлен түбәнәйтеү буйынса төбәк программаһының үтәлешен тәьмин итергә кәрәк”, – тине министр.
Фото: “Башинформ” сайтынан.