“Ҡарттар йортона кит, әсәй. Әхирәтең дә шунда бит” тип аталған яҙма донъя күргәйне. Уны, ошо һылтанма буйынса инеп, тағы ла уҡый алаһығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-02-08/arttar-yortona-kit-s-y-hir-te-d-shunda-bit-4569430
Оло йәштәге апайҙың артабанғы яҙмышы билдәле булды. Уның һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ:
– Ҡала өйөнөң тынсыулығынан түгел, ә ҡыҙым менән кейәүҙең миңә ҡарата һалҡынлығынан, битарафлығынан күңелем өшөп, тормош мәғәнәһен бөтөнләй юғалттым кеүек. Күп ваҡытымды тышта үткәрергә тырышам. Эргәлә генә урман. Саф һауала зиһен, күҙҙәр асылғандай. Бында парлы өлкәндәр күп, яйлап ҡына һөйләшеп йөрөйҙәр, йөҙҙәрендә – ҡәнәғәтлек. Ана эргәләге балалар майҙансығында әсәйҙәр, өләсәйҙәр сабыйҙар менән мәж килә. Ә мин, яңғыҙ ҡарсыҡ, бөршәйеп, өнһөҙ-тынһыҙ ғына уларҙы күҙәтеп ултырам...
Бәләкәй генә балалар араһында шул ҡәҙәр мыжыҡ, үҙһүҙлеләр бар. Аяҡ тибеп, яу һалып илап, барыбер үҙенекен эшләтеп ҡуялар. Хас та ҡыҙымдың бала сағы... Был балаларҙың әсәй-өләсәйҙәре лә, мин һәм ирем һымаҡ, бәләкәстәренең эргәһендә йүгереп йөрөй. “Туҡтағыҙ! Балаларығыҙҙы елкәгеҙгә ултыртмағыҙ! – тип ҡысҡырыуҙан саҡ тыйылып ултырам. – Аҙаҡ һуң булыр. Үкенерһегеҙ...”
Унан үҙемдең әлеге хәлем хаҡында уйға батам. Әле көҙ. Көндәр, ярай, йылы тора. Тиҙҙән, бик тиҙҙән, һалҡындар башланыр. Тышта былай оҙаҡлап йөрөй алмам. Өйҙә нисек ултырайым, мине бар тип тә белмәгән ҡыҙым менән кейәүгә нисек һыяйым? Ошолай уйлаған һайын “ҡарттар йортона китергә кәрәк” тигән ҡарарым нығый бара. Эйе, ҡыҙыма әйтәйем дә...
Шулай ныҡлы ҡарарға килеп, эскәмйәнән торғайным ғына, яныма ҡабаланып бер ҡатын килеп туҡтаны. Бәй... Киленем дәһә. Өлкән улымдың ҡатыны. Бер-беребеҙгә ҡарап, һүҙһеҙ торҙоҡ. Ҡапыл тулҡынланыуҙан хәлем бөтөп, эскәмйәгә кире сүктем.
– Ҡәйнәм... – Киленем яныма килеп ултырҙы. – Һеҙҙең хәлегеҙҙе ишеткәс, нимә эшләргә белмәй ҡаңғырҙым. Улығыҙ ҙа, өндәшмәһә лә, һиҙәм: ныҡ өҙгөләнә. Үҙегеҙ уның да, ҡәйнештәрҙең дә кәңәшенә ҡолаҡ һалмай, өйөгөҙҙө һаттығыҙ бит. Хәҙер тыуған нигеҙҙәре лә юҡ. Ә күңел өлкәнәйгән һайын ауылға, бала саҡ һуҡмаҡтарына тарта...
Киленем туҡтап ҡалды. Күҙемдән әсе йәштәр бәреп сығып, тәгәрәй ҙә тәгәрәй.
– Эйе, күңел тыуған ергә тартыла, – тип дауам итте киленем. – Шуға ла улығыҙ күптән түгел ауылығыҙҙан йорт һатып алды. Тыуған нигеҙенән йыраҡ түгел – һеҙҙең өй күренеп кенә тора.
Тулҡынланыуҙан йөрәгем тағы ла нығыраҡ дөпөлдәп тибә. Әммә һаман һүҙ өндәшә алмайым.
– Беҙ ҙә хәҙер йәш түгел бит инде. Йәйҙәребеҙҙе ауылда, баҡсала үткәрергә хыялланабыҙ, – тип дауам итте киленем. – Әйҙә беҙгә, ҡәйнәм! Ҡышҡыһын бында, ҡалалағы фатирҙа, йәйгеһен ауылда бергәләшеп йәшәрбеҙ. Улығыҙҙың да күңеле тынысланыр...
...Бына шулай хәҙер өлкән улымдың фатирында йәшәйем. Айырым бүлмәм бар, тамағым туҡ, килен һаулығымды ла хәстәрләп, табиптарға йөрөтөп тора. Яңы йылдың тәүге көндәрендә ауылдан һатып алынған йортто күмәкләп ҡарап килдек. Был ваҡытта ниҙәр кисергәнемде үҙем генә беләм... Йәйгеһен унда бергәләп ҡайтыу көнөн түҙемһеҙлек менән көтәм.
Ә ҡыҙым... Яныма килеп китте, илай-илай уларға кире ҡайтыуымды һораны. Кейәү сығып киткән икән... Эй йәлләнем ҡыҙымды, йөрәгем өҙөлөп төшөрҙәй булды. Артынан эйәреп сығып китерҙәй булғайным да, улым туҡтатты:
– Хатаңды ҡабатлама, әсәй...
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...