Тула ҡалаһында ауыр атлетика буйынса 30 йәштән өлкәндәр араһында Рәсәй чемпионаты үтте. 48 төбәктән 300 иң көслө спортсыларҙы йыйған ярышта Башҡортостан данын штангасы, СССР-ҙың спорт мастеры, Баҡалы районының Киләй ауылында йәшәгән Павел Лобанов яҡланы.