Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Апрель 2019, 00:14

Тәтешлеләр спорт ярата

Яҡташтарыбыҙ республикабыҙҙан тыш ситтә лә бейеклектәр яулай. Мәҫәлән, Пермь крайының Барҙа ауылында ойошторолған төбәк-ара ирекле көрәш буйынса бәйгелә Тәтешле районы спортсылары һынатманы.

Яҡташтарыбыҙ республикабыҙҙан тыш ситтә лә бейеклектәр яулай. Мәҫәлән, Пермь крайының Барҙа ауылында ойошторолған төбәк-ара ирекле көрәш буйынса бәйгелә Тәтешле районы спортсылары һынатманы.
Үрге Тәтешле ауылының 1-се урта мәктәбенән Арсен Азмуханов II урынды яулап, районға дан өҫтәне, ә 2-се мәктәптән (Үрге Тәтешле ауылы) Илсур Мингәрәев иһә бронза миҙалы менән бүләкләнде. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев билдәләүенсә, спорт менән шөғөлләнеү – балаларҙы насар ғәҙәттәрҙән арындыра, ҡыҙ һәм егеттәр өсөн аралашыу алымдарының береһе.