Өсөнсө осор тамам, ә иҫәп – 0:0. Бына ошондай ҡаты ҡаршылыҡ булды бөгөн боҙ майҙанында.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Өфө-Арена”ла үтәсәк алтынсы матчҡа билеттар бер нисә сәғәт эсендә һатылып бөттө. Ҙур тамаша көттө халҡыбыҙ бөгөнгө уйындан, “Салауат Юлаев”тың еңеүенә ышанды.
Трибунала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та көйәрмәндәр менән бергә булды.
Овертайм. Уның бер мәлендә беҙҙекеләр аҙсылыҡта уйнарға мәжбүр булһа ла, ҡапҡаны ныҡ тотто. Икенсе овертайм. Юҡ, бер-береһенә юл бирергә йыйынмай командалар. Өсөнсө овертайм. Юҡ, булманы. Еңелдек...
Эйе, тырыштыҡ, лайыҡлы уйнаныҡ. Рәхмәт, "Салауат Юлаев"!