Юха Метсоланың ни сәбәпле береһе менән дә һөйләшкеһе килмәне? Дмитрий Кугрышев ниңә үҙен ғәйепле тоя? Линус Умарк ни өсөн тапочкала?..
Бөтә был һорауҙарға яуапты кисәге “Салауат Юлаев” – “Авангард” матчынан һуң төн уртаһынаса аренала ҡалған тамашасылар ғына белә ине.
Иң ауыры Юха Метсолаға булғандыр. Юҡҡамы ни ҡаршы яҡтың хоккейсылары ла иҫ киткес яҡшы уйнаған ҡапҡасыбыҙға килеп, йыуатыу һүҙҙәре әйтеп китмәне бит. Ләкин еңелеүҙе бик ауыр кисергән Юха башҡаса берәү менән дә һөйләшергә теләмәне, бәләкәй ҡыҙын етәкләп ҡайтыр яҡҡа йүнәлде.
Дмитрий Кугрышев иһә: “Легионерҙар “Салауат”ты алға һөйрәне, тик беҙ уларға етерлек ярҙам итмәнек”, – тип үкенде.
Матч тамамланып, 40 минут уҙғас, юлаевсылар тағы боҙға сыҡты, сөнки иң тоғро көйәрмәндәр стадиондан китеүҙән баш тартты. Улар рәхмәт һәм дәртләндереү һүҙҙәре ҡысҡырҙы, йырҙар йырланы, барабан һуҡты.
Яратҡан уйынсыларын күреп, трибунанан боҙға ынтылдылар, хоккейсыларҙы уратып алдылар. Линус Умарк ялан аяғына тапочка ғына кейгән килеш көйәрмәндәр менән боҙҙа аунаны, ул һәм Григорий Панин рәхәтләнеп автограф таратты, фотоға төштө. Баш тренер Николай Цулыгин күңелгә үтеп инерлек телмәр тотто. Әйтерһең, “Салауат Юлаев” яңы ғына Гагарин кубогын яулаған...