Әле Өфөлә, Рәсәй спартакиадаһына ярашлы, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ирекле көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге башланды.
Уны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм төбәктең Спорт көрәше федерацияһы ойошторҙо.
Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Архангел, Иглин, Ауырғазы, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарынан 200-гә яҡын спортсы ҡатнаша. Еңеүселәр Мордовияла уҙасаҡ Волга буйы федераль округы беренселегенә барыу мөмкинлеген ала.
“Республикала ирекле көрәш спорты йылдан-йыл үҫешә. Уға һуңғы йылдарҙа айырыуса Өфө ҡалаһында, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында ныҡлы иғтибар бүленә. Беҙҙең спортсылар Рәсәйҙә уңышлы сығыш яһай. Киләсәктә Олимпия үрҙәрен дә яуларға тейеш улар, – ти Башҡортостан Көрәш федерацияһының ирекле көрәш буйынса бүлеге етәксеһе Роберт Исмәғилев.