Өфө егете Рөстәм Шәйхетдинов ирекле көрәш буйынса Рәсәй беренселегенә йыйына.
Ул яңыраҡ Волга буйы федераль округында еңеү яулаған. Был спортсының ошо кимәлдәге икенсе ҙур уңышы.
Рөстәм ирекле көрәш спортына 11 йәштә килгән. Әле ул Өфөнөң 14-се спорт мәктәбендә тренер Артур Ишмаҡовтың ҡулы аҫтында шөғөлләнә.
“Маҡсатым ҙур: Рәсәй беренселеген, артабан Олимпия миҙалын яулау”, – ти Рөстәм Шәйхетдинов.
Йәш спортсыға уңыштар теләйбеҙ.