Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Апрель 2019, 00:52

Бөгөнгө хоккейға улар нигеҙ һалды!

Бөгөн Башҡортостанда Татарстан көндәре уңайынан туғандаш төбәктәрҙең хоккей ветерандары араһында иптәштәр матчы булды.

Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Бөгөн Башҡортостанда Татарстан көндәре уңайынан туғандаш төбәктәрҙең хоккей ветерандары араһында иптәштәр матчы булды.
Спорт сараһы “Өфө-Арена”ла үтте.
Башта ике республика етәкселәре хоккейсыларҙы, көйәрмәндәрҙе ихлас тәбрикләне һәм уйынға старт бирҙе.
“Беҙ, туғандаш республикалар булараҡ, “Аҡ Барс” башҡа командалар менән уйнағанда, уларҙы “Салауат Юлаев”ты ҡеүәтләгән кеүек ҡеүәтләйбеҙ, – тине төбәгебеҙ етәксеһе Радий Хәбиров. – Ветерандар командаларына уңыш теләйем. Нәҡ улар беҙҙең заман хоккейы данына нигеҙ һалды”.
Рөстәм Миңлеханов иһә: “Бөгөн беҙҙең ҙур делегация һоҡланғыс республикала ҡунаҡта. Матч бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Ветерандарға яҡшы уйын теләйем”, – тип белдерҙе.
Читайте нас: