Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәй Премьер-лигаһының 24-се туры матчында “Өфө” командаһы Туланың “Арсенал”ынан еңелде. Иҫәп – 1:2.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, беҙҙең футбол һөйөүселәрҙә уйындың судъялығы эше ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Баш арбитр Владимир Москалевҡа ҡарата дәғүә менән “Өфө” клубы генераль директоры Шамил Ғәзизов та сығыш яһаны.
Өҫтәүенә шул билдәле булды: беҙҙең команданың ҡатын-ҡыҙ көйәрмәндәре Рәсәй футбол союзының Судъялыҡ һәм тикшереү департаменты етәксеһе Александр Егоровҡа асыҡ хат яҙып ебәргән.
“Өфө” матчтары тарихында бындай насар судъялыҡты беренсе тапҡыр күрҙек”, – тип белдергән улар һәм хатҡа әлеге матчтың бәхәсле күренеше төшөрөлгән видеояҙманы ла ҡушып, уға аныҡ баһа бирелеренә ышаныс белдергән.