Йылайыр районы үҙәгендә Советтар Союзы Геройы Андрей Серков иҫтәлегенә өҫтәл теннисы буйынса район-ара турнир үтте.
Унда ете йәштән 75-кә тиклемге 90 спортсы ҡатнашты. Башта бер минут тынлыҡ иғлан ителеп, сараға килгәндәр Геройҙы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡа яугирҙәрҙе оло хөрмәт менән иҫкә алды.
Ярыш йәш категориялары буйынса алты төркөмдә барҙы. Турнирҙың абсолют чемпионы исемен ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Эвилина Байбулатова, ир-егеттәрҙән Спартак Ҡәйепов яуланы.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырылды.