Йылайыр районы үҙәгенең “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексында яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙына арналған көрәш буйынса турнир үтте.
Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә бағышланған спорт сараһы йыл һайын ойошторола. Ул 1990 йылда Йомағужа урта мәктәбендә башланып, хәҙер район-ара кимәлгә сыҡҡан.
Әлеге турнирға яугирҙең әсәһе Бәлхиә Ҡолһарина ла килеп, көрәшселәргә уңыштар, яңы үрҙәр теләне.
Турнирҙың абсолют еңеүсеһе исемен Йылайыр районынан Вилдан Ҡолһарин яуланы. Батырға ярыштың иң ҙур бүләге – тәкә тапшырылды. Уны Рафаэль Ҡолһариндың туғаны Илнур Илбаҡтин әҙерләгәйне.
Команда беренселегендә тәүге урынды – майҙан хужалары, икенсе баҫҡысты – Әбйәлил көрәшселәре, өсөнсөлөктө хәйбуллалар яуланы.