Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Апрель 2019, 19:44

Геройҙың йөҙөн ҡыҙартманылар

Үрге Йәркәйҙә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте. Ярыштарҙа республика ҡалалары һәм райондарынан, күрше төбәктәрҙән таһыллы көрәшселәр ҡатнашты.

Бәйгеселәр бер юлы ике келәмдә көс һынашты. Залдың көйәрмәндәр менән шығырым тулы булыуы спорттың был төрөнә ҡыҙыҡһыныуҙың ифрат ҙур булыуын дәлилләй.

Йәштәр ҙә көрәшкә ылыға бара. Мәҫәлән, 2001 һәм 2004 йылғы егеттәр араһынан үҙ ауырлыҡ үлсәмендә Денис Гәрәев беренсе, Ленар Хәсбиев – икенсе, Илнур Ҡаҙраев өсөнсө урынды яуланы. Үҫмерҙәр ҙә тәжрибәле спортсыларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты, маһирлыҡ өлгөһө күрһәтеп, көйәрмәндәрҙе һөйөндөрөп, призлы урындарға лайыҡ булды. Еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар, аҡсалата бүләктәр тапшырылды.

Фото: Илеш районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас в