Ярышта Башҡортостан һәм Татарстандың 120-гә яҡын спортсыһы ҡатнашты. Аталары хөрмәтенә ойошторолған оло бәйгегә геройҙың улдары – Наил һәм Марат Абдуллиндарҙың килеүе лә халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Еңеүселәргә 16 миҙал комплекты тапшырылды. Ярышта ҡатнашыусы һәр кем, олоһо ла, кесеһе лә тигәндәй, үҙ-үҙен аямай, бөтә көсөн һалып көрәште. Спортсыларға яңы уңыштар юлдаш булһын!