Сибай ҡалаһында матур йолаға әүерелгән сара – “Сибайский рабочий” гәзите призына үткәрелгән еңел атлетика эстафетаһы быйыл 61-се тапҡыр ойошторолдо.
Унда ҡатнашыусыларға ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова һәм баҫманың баш мөхәррире Самат Азаматов ихлас тәбрикләп, уңыштар теләне.
Ярышта еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионы, СССР Кубогына эйә Ринат Сирғәлин үҙенең атаһы, гимназия-интернатта оҙаҡ йылдар физкультура дәрестәрен алып барған, уҡыусылар күңелендә спортҡа ҡарата оло һөйөү тәрбиәләгән мәғариф ветераны Камил Ишбулды улы менән бергә ҡатнашып, акцияға мәртәбә өҫтәне.
Еңеүселәрҙәң барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, кубоктар тапшырылды.