Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Май 2019, 00:35

Төнгө хоккей лигаһында

Сочи ҡалаһында Төнгө хоккей лигаһының гала-матчы булды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Сочи ҡалаһында Төнгө хоккей лигаһының гала-матчы булды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты.


Ярыш алдынан тантаналы сара уҙғарылды. Унда Владимир Путин Төнгө хоккей лигаһының “Любитель 40+” дивизионы еңеүсеһен – Екатеринбургтан “Скон-Урал” командаһын ҡотлап, ябыҡ боҙ һырғалағы төҙөү өсөн сертификат тапшырҙы.


“Был, ысынлап та, уңыш. Төнгө хоккей лигаһында бит мең тирәһе команда уйнай, 162-һе финалда һынау тотто, – тине Владимир Путин. – Барығыҙҙы ла лиганың 8-се миҙгеле тамамланыу менән ҡотлайым. Үҙ өлгөгөҙ аша миллиондарса кешене спортҡа, физкультураға йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡылғанығыҙ өсөн рәхмәт”.


Артабан Владимир Путин “Хоккей легендалары” командаһы составында Төнгө хоккей лигаһының йыйылма командаһына ҡаршы уйнаны. Матчта шулай уҡ илдең оборона министры Сергей Шойгу, хоккейсылар Вячеслав Фетисов, Павел Буре, Алексей Касатонов, Виктор Шалимов ҡатнашты.

Читайте нас: