Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Май 2019, 23:37

"Был уйында ялҡауҙарға, ҡурҡаҡтарға урын юҡ"

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионында Денис Теләфҡабулов иҫтәлегенә рус лаптаһы буйынса ярыш үтте.

Фотолар Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Фотолар Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионында Денис Теләфҡабулов иҫтәлегенә рус лаптаһы буйынса ярыш үтте.
Ярышта ир-егеттәрҙән торған дүрт һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан тупланған өс команда ҡатнашты.


Билдәле булыуынса, рус яҙыусыһы Александр Куприн: “Лапта – спорт уйындарының иң ҡыҙыҡлыһы һәм файҙалыһы. Унда тапҡырлыҡ, тәрән һулыш, иғтибарлылыҡ, йылғырлыҡ, шәп йүгереү, үткер күҙ, ышаныслы, ҡаты ҡул, һине еңә алмаҫтарына даими ышаныс булырға тейеш. Ялҡау һәм ҡурҡаҡтарға был уйында урын юҡ”, – тип яҙған.
Хәйбуллала лапта киң үҫеш алған. Сираттағы ярыш та райондың был йәһәттән иң шәп уйынсыларын билдәләүгә, дәртләндереүгә ҙур этәргес булды.
Читайте нас: