Өфөләге “Hampton” ҡунаҡханаһында волейбол буйынса халыҡ-ара Милләттәр лигаһында ҡатнашыусы Италия, АҠШ, Португалия, Рәсәй командалары тренерҙары һәм капитандары менән осрашыу булды.
– Ярыштарҙа яҡшы уңыштарға өлгәшергә тырышырбыҙ, әлбиттә. Бында спортсыларҙың үҙ илендә уйнауы ла еңеү өсөн мөһим этәргескә әйләнер, – тине илебеҙ командаһы тренеры Туомас Саммелвуо.