Туймазы ҡалаһында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Полина йәшәгән төбәктә ҡыҙҙар өсөн килешле бейеү, гимнастика түңәрәктәре юҡ, шуға ла ул эргәлә генә ойошторолған бокс түңәрәгендә шөғөллөнә.
Тәүге ҙур еңеүен яулау өсөн тырыш ҡыҙға ни бары ете ай еткән. Ул аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәгә бара, төркөмдә берҙән-бер ҡыҙ. Тренерҙары, мастерлыҡҡа кандидат Регина Шабиева Полинаның яуаплы, маҡсатлы булыуын билдәләй.
Күптән түгел уның тәрбиәләнеүселәре бокс буйынса район беренселегендә ҡатнашҡан. 26 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Полина Каштанова 1-се урын яулаған.
Ҡыҙының холҡо ныҡ булыуын әсәһе лә билдәләй. Малайҙарға ла бирешеп тормай, физик күнегеүҙәрҙе хатта уларҙан яҡшыраҡ башҡара, ти ул.
Йәй көнө Полина махсус спорт лагерында ял итәсәк, киләһе турнирҙарға әҙерләнәсәк.
Фото Туймазы районы хакимиәте сайтынан.