Туймазы ҡалаһының С. Ғимаев исемендәге “Туймазы- Арена” спорт һарайында шайбалы хоккей буйынса күнекмәләр башланды.
Тәрбиәләнеүселәр менән профессиональ хоккейсы, “Салауат Юлаев” хоккей мәктәбен тамамлаған спортсы, тренер Тимур Мансуров шөғөлләнә.
Күнекмәләр ваҡытында малайҙар сәкәнде дөрөҫ тоторға, конькиҙа дөрөҫ шыуырға, шайбаны боҙҙа йөрөтөргә өйрәнә. Улар үҙ-ара уйындар ваҡытында ошо спорт төрөнә генә хас нескәлектәр менән танышасаҡ. Ярыш сәме менән янған, яратҡан уйынын уйнау өсөн төрлө төбәктәрҙән йыйылған был балалар өсөн йәйге ял сәләмәт тормош рәүешен дауам итеү миҙгеленә әйләнеү менән бергә, тәжрибә туплау менән дә ҡәҙерле.
Кемдәр ошондай дәрестәр алырға теләй, улар тренерҙарға мөрәжәғәт итә ала.