Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Июль 2019, 23:11

Илья универсиадала ҡатнаша

Башҡортостан дәүләт аграр университетының энергетика факультеты студенты Илья Агинских баскетбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Бөтә донъя йәйге универсиадала ҡатнашасаҡ.

Фото БДАУ сайтынан.
Башҡортостан дәүләт аграр университетының энергетика факультеты студенты Илья Агинских баскетбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Бөтә донъя йәйге универсиадала ҡатнашасаҡ.
Был сара 3 – 14 июлдә Италияның Неаполь ҡалаһында уҙа. Йәйге универсиада инде 30-сы тапҡыр ойошторола.
Баскетболдан тыш, бында спорттың 17 төрө буйынса ярыштар уҙасаҡ. Улар араһында волейбол, дзюдо, художестволы гимнастика, фехтование бар.