Спортсыларҙың ҡаяға нисек менеүен күргегеҙ килһә, Өфөләге “Ватан” паркына килегеҙ. Ә бына грек-рим көрәшен ҡарайым тиһәгеҙ, Өфөнөң Ҡамышлы урамындағы Спорт әҙерлеге үҙәгенә рәхим итегеҙ. Ошонда уҡ йөҙөү, еңел атлетика, фехтование буйынса ярыштарҙы тамаша ҡылырға мөмкин. “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында пляж волейболы һәм баскетбол буйынса уйындар үтәсәк.