Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Июль 2019, 20:43

Һүрәм буйында – "Аманат дуҫтарын йыя"!

Ойоштороусы – туҡһанынсы йылдарҙа киң танылған “Ҡышҡы йәйғор” башҡорт рок төркөмө лидеры Нәжип Юлдашбаев.

Ейәнсура районында “Аманат дуҫтарын йыя” туристик фестивале башланды. Ул үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, яңы быуат башында башҡорт йәштәре сафын биләгән замандаштарыбыҙҙы тупланы.
Ойоштороусы – Нәжип Юлдашбаев. Билдәле булыуынса, ул туҡһанынсы йылдарҙа киң танылған “Ҡышҡы йәйғор” башҡорт рок төркөмөнөң лидеры булды.
Фестиваль райондағы “Аманат” кафеһынан алыҫ түгел ерҙә, Һүрәм йылғаһы буйындағы матур тәбиғәтле яланда бара. Ошо майҙанда быға тиклем “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале лә үтеп килгәйне.
Бында төп сараларҙың береһе – “Туризм бизнес булараҡ” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”. Спорт программаһы ла бик бай: волейбол, гер күтәреү, армреслинг, уҡ атыу, тоҡ менән һуғыш, халыҡ уйындары.
“Алмас төн” тип аталған киске дискотека Алмас Ғафаров һәм “Ант” төркөмө ҡатнашлығында үтәсәк. Унда йәнә бар быуын вәкилдәренең һөйөүен яулаған сәхнә оҫталары – Вилдан Яруллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Руслан Ниғмәтов, яңыртылған “Дәрүиш-хан” төркөмө сығыш яһай.
Читайте нас: