Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Июль 2019, 03:45

Баш ҡалабыҙҙан – Кечкеметҡа

Уйындар әләме Венгрияға тапшырылды.

Валерий Шахов фотоһы.
Валерий Шахов фотоһы.
Киләһе йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарының Венгрияла үткәреләсәге хаҡында белдергәйнек. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, 2020 йылда йәш спортсыларҙы был илдең Кечкемет ҡалаһы ҡабул итәсәк.


53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын рәсми ябыу тантанаһында Уйындар әләме венгрҙарға тапшырылды.


Йәш спортсылар менән аралашырға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән килде. Республика етәксеһе төбәгебеҙ командалары вәкилдәре, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары менән иҫтәлеккә фотоға төштө.


Тантанаға йыйылғандар өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин йырланы, аҙаҡ салют булды.
Читайте нас: