Республикала тәүге "Йәйләү" башҡорт ҡымыҙы этнофестивале ойошторола. Ул 27-28 июлдә Өфөлә "Аҡбуҙат" ипподромында уҙа.
Фестивалдең маҡсаты — "Башҡорт ҡымыҙы" брендын популярлаштырыу, сараны бөтөнләй яңы форматта үткәреү, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү. Унда бөтә республиканан ҡымыҙ бешеүселәр саҡырылған.
Ҡымыҙ-фест майҙансығында тирмәләр һәм ихаталар ҡороу, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл хужалығы продукцияһы һәм кәсепселәр күргәҙмәләре, "Ашмаркет" аш-һыу фестивале, музыкаль фестиваль, ат сабыштары, балалар өсөн төрлө саралар ойоштороу, ҡымыҙ менән һыйлау күҙаллана. Фестиваль барышында ҡымыҙ бешеүселәрҙең һөнәри съезы уҙғарыла.
Фестивалдең икенсе көнөндә "Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының һигеҙенсе этабы үтә. Унда Йылайыр, Ҡалтасы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондарының һыбайлылары ҡатнашасаҡ.