Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Август 2019, 14:00

Лайыҡлы алмаш үҫә

Мәктәп йылдарында уҡ Ғәҙел Аҙнабаев спорт менән дуҫ була, саңғы ярыштарында ла, еңел атлетикала ла алдынғылыҡты бирмәй, шуға күрә лә, 1995 йылда Сермән мәктәбендә XI класты тамамлағас, күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Ике йыл эсендә уны уңышлы тамамлап, диплом алып, тыуған яғына эшкә ҡайта.

Шундай матур ғаилә йәшәй Сермән ауылында.


Мәктәп йылдарында уҡ Ғәҙел Аҙнабаев спорт менән дуҫ була, саңғы ярыштарында ла, еңел атлетикала ла алдынғылыҡты бирмәй, шуға күрә лә, 1995 йылда Сермән мәктәбендә XI класты тамамлағас, күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Ике йыл эсендә уны уңышлы тамамлап, диплом алып, тыуған яғына эшкә ҡайта.


Студент сағында уҡ йәйге ялында “Ағиҙел” турбазаһында спорт буйынса өлкән инструктор булып эшләгән егетте Боғанаҡ мәктәбендә ҡушҡул­лап ҡаршы алалар. Физкультура дәрестәре менән бер рәттән IX кластың класс етәксеһе итеп тә тәғәйенләйҙәр. Уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба, кистәрен мәктәп ихатаһында волейбол, баскетбол уйнауҙар уларҙы тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра.
Боғанаҡта Ғәҙелгә оҙаҡ эшләргә тура килмәй: 1997 йылдың декабрь айында уны хәрби хеҙмәткә саҡы­ралар. Тәүҙә Алыҫ Көнсығышта Завитая ҡалаһында, һуңынан Бело­горскиҙа зенит-ракета полкында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын рядовой, алты айҙан һуң кесе сержант, сержант, өлкән сержант булып үтә. Армиянан старшина званиеһында ҡайта. Өлгөлө хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, күкрәк знактары менән наградлана.
Армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһында тикшереү изоляторында кесе инспектор – корпус бүлеге начальнигы булып башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң, һайлаған һөнәренә өҫтөнлөк биреп, Сермән мәктәбенә эшкә ҡайта. 2002 йылдан 2018 йылға тиклем физкультура уҡытыусыһы булып эшләһә, бөгөн иһә балаларҙы башланғыс хәрби әҙерлек һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре серҙәренә өйрәтә.
Эшләгән осоронда ул үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Ғәҙел Риф улының көндәлек күнекмәләре арҡаһында Сермән мәктәбе спортсылары йүгереү буйынса ла, саңғы ярыштарында ла беренселекте бирмәй. Шығайҙа Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтә­легенә үткәрелгән эстафеталарҙа ла Ғәҙелдең уҡыусылары һәр ваҡыт алда. Ул уҡыусыларҙы спорт менән бергә көслө, ныҡышмал булырға, тыуған илде яратырға өйрәтә.
Әлеге ваҡытта Ғәҙел Аҙнабаев – юғары категориялы уҡытыусы, уҡытыусыларҙы аттестациялау буйынса эксперт комиссияһы ағзаһы, физкультура уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2017 йылда “Баш­ҡортостан Республикаһының мәға­риф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булды. Тынғыһыҙ хеҙмәте Баскетбол федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙа­ры, мәғариф идаралығының “Иң яҡшы тренер” исеме менән баһа­ланды.
Ғәҙел Риф улы һәр яҡтан да уңған. 2006 йылда Айһылыу Әс­ҡәтулла ҡыҙы менән гөрләтеп туй үткәреп, үҙаллы тормош юлын башланылар. Хәҙер ғаиләләрендә Искәндәр, Ирназар, Рамзан исемле өс ул тәрбиәләнә. Искәндәр VI класты тик “5”ле билдәләренә генә тамамланы, уҡыуҙан тыш музыка мәктә­бендә баян класында шөғөлләнә. Баскетболға, еңел атлетика секцияларына ла йөрөп өлгөрә. Ирназар ҙа ағаһынан ҡалышмай, III класты “5”кә генә тамамланы, ағаһы менән еңел атлетика секцияһына, баян түңәрәгенә лә йөрөй, инде өс йыл тай боксы менән шөғөлләнә. Ике улы ла – мәктәптә аталары етәкселек иткән “Омон” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре. Дүрт йәшлек Рамзан балалар баҡсаһына йөрөй.

– Кистәрен бөтәбеҙ ҙә һөйөклө ҡаты­ным Айһылыу әҙерләгән та­бынға йыйылабыҙ. Йәйгеһен ғаиләм менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Талҡаҫ күлендә, Мораҙым, Шүлгәнташ, Асҡын мәмер­йәләрендә булдыҡ. Бигерәк тә ҡатынымдың тыуған яғы – Архангел районы Инйәр йылғаһы буйы яратҡан ял урынына әйләнгән, – ти Ғәҙел Риф улы.
Атай булараҡ та ул ғаиләһенә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, йәйгеһен малайҙары менән велосипедта йөрөйҙәр, ҡышҡыһын саңғыға баҫа­лар, кистәрен шашка, шахмат уйнап, китап, гәзит-журнал уҡып, буш ваҡыттарын файҙалы итеп уҙғара­лар. Әле Аҙнабаевтар ғаиләһе батша һарайындай йорт күтәреп, шуны төҙөү менән мәшғүл.
Бына шундай матур ғаилә йәшәй Сермән ауылында. Буласаҡ Ватан һаҡсыларын, үҙҙәренә алмаш үҫтерә Айһылыу менән Ғәҙел Аҙнабаевтар.


Белорет районы.