Үзбәкстандан килеп, ете йыл Пермь ҡалаһында йәшәгән 20 йәшлек спортсы Данил Юлдашев уҙған аҙнала батырлыҡ ҡылды.
Ул үҙенең машинаһында бокс буйынса күнекмәгә китеп барғанда юғары тиҙлектә таш стенаға барып бәрелгән пассажир автобусын күреп ҡала һәм ике сәғәт буйына кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Паникаға бирелгән халыҡты тынысландырып, яраланыусыларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, юлдағы машиналарҙы туҡтатып, зыян күреүселәрҙе дауаханаға оҙата. Техник сәбәптәр арҡаһында һәләкәткә осраған транспортта барған бер кеше һәләк була, 34-е дауаханаға эләгә.
Край губернаторы Данилға Рәхмәт хаты һәм бокс бирсәткәләре тапшыра, ә “Боксер клубы” боксҡа ярҙам фонды 50 мең һум бүлә. Шулай ҙа егеттең иң ҙур хыялы Рәсәй гражданлығын алыу икән. Әлегә ул илдә өләсәһе менән хеҙмәт патенты нигеҙендә йәшәй, ә уны йыл һайын оҙайтып торорға кәрәк. Пермь властары был мәсьәләлә Данилға ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙәләгән дә инде.
Әлбиттә, интернетта егеттең милләтенә һәм гражданлыҡ мәсьәләһенә бәйле бәхәс тә ҡуйырҙы. Егет иһә ошо сәбәпле күтәрелгән ығы-зығыға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Мин герой түгел, мин – ябай кеше! Мине кеше бәләһенә битараф булмаҫҡа, кәрәккәндә ярҙам ҡулы һуҙырға тип тәрбиәләнеләр. Минең тирәләй шау-шыуҙы ҡуйыртмағыҙ, зинһар”, – тип яҙҙы. Уға күптәр: “Насар әҙәмдәрҙең һүҙенә иғтибар итмә. Һинең милләтең – яҡшы кеше”, – тип яуап бирҙе.
Фото Д. Юлдашевтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.