Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Август 2019, 12:20

Ышаныс старттарҙа барлыҡҡа килә

Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән билдәле спортсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар чемпионы, Чикаго марафонында өс тапҡыр еңеү яулаған, 2004 йылда Афина һәм 2008 йылда Пекин олимпиадаларында ҡатнашҡан Лилиә Шобухова – яҡташтары араһында абруй ҡаҙанған шәхес. Тырыш, маҡсатлы һәм һәләтле спортсының яҙмышы беҙҙе битараф ҡалдырмай. Уның менән сираттағы осрашыу мәлендә ошо хаҡта һөйләштек.

Чикаго марафоны еңеүсеһе Лилиә Шобухова бөгөн дә спортҡа тоғро.


Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән билдәле спортсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар чемпионы, Чикаго марафонында өс тапҡыр еңеү яулаған, 2004 йылда Афина һәм 2008 йылда Пекин олимпиадаларында ҡатнашҡан Лилиә Шобухова – яҡташтары араһында абруй ҡаҙанған шәхес. Тырыш, маҡсатлы һәм һәләтле спортсының яҙмышы беҙҙе битараф ҡалдырмай. Уның менән сираттағы осрашыу мәлендә ошо хаҡта һөйләштек.


– Лилиә Булат ҡыҙы, бөтә донъяға танылыу яулаған спорт­сының бөгөнгө яҙмышы бер мине генә түгел, ә һеҙҙең меңәр­ләгән кумирығыҙҙы ла ҡыҙыҡ­һын­дыра...

– Мин 2016 йылда профессиональ спорттан киттем. Әле Белорет спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса тренер булып эшләйем.


– Һеҙҙең шундай юғарылыҡҡа күтәрелгән мәлегеҙҙә спорттан китеүегеҙ күптәрҙә һорау тыуҙы­ра. Бындай аҙымығыҙҙың сәбәбе нимәлә?

– 38 йәшемдә карьерамды тамамларға ҡарар иттем. 2014 йылда мине дисквалификацияланылар. 2015 йылда ул тамамланһа ла, йыл дауамында ярышта ҡатнашмау спортсыға ауыр һынау булып тора. Шуға ла ошо аҙымға барырға мәжбүр булдым.


– Әлбиттә, был – яҙмышы­ғыҙҙың күңелһеҙ биттәренең береһе. Был осраҡта һеҙҙе спорттағы сәйәсәт ҡорбаны тип әйтергә мөмкиндер...

– Эйе, 2014 йылда Бөтә Рәсәй Еңел атлетика буйынса допингка ҡаршы комиссия, биология пас­портының гематология профиле күрһәткестәре яҡшы түгел тигән сәбәп табып, мине дисквалификацияланы. Был ваҡыт 2013 йылдың 24 ғинуарында башланды һәм 2015 йылдың 23 ғинуарында тамамланды.


Ысынлап та, башымдан кисер­гән спорттағы коррупцияның ҡайһы бер осрағын асып һалдым. Был факт Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһына оҡшаманы, IAAF-тағы ришүәтселеккә бәйле халыҡ-ара ғауға сығыуға ла булышлыҡ итте, шуға ла мине ситләтеү юлын таптылар.


– Ысынлап та, был ваҡи­ғаларға байҡау яһаһаң, үҙе бер детектив ваҡиғаны хәтерләтә. Аңлауыбыҙса, әле лә ул дауам итә. Әммә һеҙҙең спорт өлкә­һендәге тормошоғоҙ ғорурланып һөйләрлек ваҡиғаларға бай. Уларға байҡау яһайыҡ әле...

– Бала саҡта спортсы булырмын тип уйламаным да. Туғыҙ йәштән йүгерә башланым. Татьяна Васильевна һәм Евгений Гаврилович Сенченко кеүек билдәле тренерҙар етәкселегендә тәрбиәләндем. Улар, тәүге көндәрҙән үк спорттағы ҡаҙаныштар тураһында һөйләп, беҙҙе рухи һәм физик яҡтан әҙерләне. Ошо тормош миҫал­дарынан үрнәк алып, беҙҙә лә ҙур спортҡа эләгеү теләге уянды. Рәсәй беренселегендә еңеү яулай баш­лағас, Олимпия уйындары буй етмәҫлек хыял булмауына төшөн­дөк, донъя кимәлендәге ярыштарға эләгеү теләге тоҡанды. Ошо тәж­рибәмдән сығып, ышаныс ярыш­тарҙағы старттарҙа барлыҡҡа килә тип әйтер инем. Ә уңыштарға өлгәшеү өсөн көндәлек күнекмәләр, күп нәмәләрҙән баш тартыу ҙа талап ителә. Рәсәй, Европа, халыҡ-ара ярыштарҙа яулаған еңеүҙәрем ҡанат ҡуйҙы, яйлап ҡына яңы ҙур үрҙәргә ынтылдым.


– Билдәле булыуынса, тормош иптәшегеҙ Игорь менән ике ҡыҙ тәрбиәләйһегеҙ. Уларҙың спорт юлын һайлауын теләр инегеҙме?

– Оло ҡыҙыбыҙ Аня тәүҙә йөҙөү менән шөғөлләнде. Туғыҙынсы класҡа тиклем икенсе өлкәндәр разрядын алды. Әле уға 16 йәш, ул да еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә, республика беренсе­легендә һәр саҡ призлы урындар яулай. Лизаға алты йәш, ул дүрт йәшенән художестволы гимнастика менән шөғөлләнә. Әлегә уның да ошо спорт төрөндә уңыштары бар. Баланы спорт менән шөғөлләнергә мәжбүр итергә ярамай. Иң мөһиме – үҙенең теләге булһын.
– Белореттан ситкә китеп йәшәү теләге тыуманымы?

– Мин ошо ҡалала тыуғанмын, бында туғандарым, дуҫтарым йәшәй. Шуға ла ҡайҙалыр күсеп йәшәү теләге булманы. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр саҡ тыуған йортом үҙенә тартып тора.
– Лилиә Булат ҡыҙы, һеҙ – бихисап еңеүҙәр – Париж, Филадельфия ярым марафондарында беренселек яулап, яңынан-яңы рекордтар ҡуйып, ике Олимпия уйынында ҡатнашып, өс тапҡыр Чикаго мрафонында еңеүгә өлгәшеп, легендар йүгерек булып, Башҡорт­остан, Рәсәй спорты тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Меңәр­ләгән яҡташығыҙ алдында көн­дәлек тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ менән абруй ҡаҙанған спортсы ла һеҙ.


Республикабыҙға, илебеҙгә бүләк иткән сағыу еңеүҙәрегеҙ йәш спортсыларҙа был донъяла яулай алмаҫлыҡ үрҙәр булмауын иҫбат­лап, уларҙы яңы бейеклектәргә әйҙәй. Киләсәктә үҙегеҙ кеүек спорт йондоҙҙарын тәрбиәләүегеҙҙе теләйбеҙ.
Читайте нас: