Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Август 2019, 18:07

Беҙҙең пенсионерҙар һынатманы

Башҡортостан пенсионерҙары VI Рәсәй Спартакиадаһында һынатманы. Республика спортсылары команда беренселегендә еңеүсе булды.

Фото: БР Башлығы сайтынан.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Башҡортостан пенсионерҙары VI Рәсәй Спартакиадаһында һынатманы. Республика спортсылары команда беренселегендә еңеүсе булды.
Рәсәйҙең 75 төбәгенән һәм ете сит илдән килгән 700 кеше ярыштарҙа ҡатнашты. Был — яңы рекорд! Спартакиаданы ябыу тантанаһы ла сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булды. Башҡортостан ҡунаҡсыллығын һәм дуҫтарса мөнәсәбәтте ярышта ҡатнашыусылар оҙаҡ онотмаясаҡ әле. Иң өлкән спортсыға — 82 йәш. Сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты юлдаш итеп алған пенсионерҙарҙы “ҡарттар” тип атарға ла тел әйләнмәй.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ошо сара хаҡында бына нимә тине: “Беҙҙең республикала бик шәп, йәшлек сараһы үтте. Ни өсөн тигәндә беҙҙә ҡунаҡта 700-ҙән ашыу спортсы булды. Был спортсылар күңелдәре менән дә, тәндәре менән дә йәш, матур. Улар — ысын спортсылар, ысын көрәшселәр”.
Өлкәндәр спорттың алты төрөндә көс һынашты: шахмат, йөҙөү, дартс, атыу, өҫтәл теннисы һәм еңел атлетика. Бынан тыш, ҡатнаш эстафетала ҡатнаштылар, ГТО нормаларын үтәүселәр ҙә булды. Бөтә ярыштар ҙа Өфөлә быйыл асылған Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтте. Иң аҙаҡҡы ял көнөндә лә спортсылар волейбол буйынса матч ойошторҙо. Өфө буйлап ойошторолған экскурсияла ҡунаҡтар Башҡортостандың бренды булған башҡорт балынан, милли аштарҙан ауыҙ итте. Дуҫлыҡ монументында, Салауат Юлаев паркында һәм “Ете ҡыҙ” фонтанында булыу ҙа тәьҫораттарҙы байытты.
Шулай итеп, республиканың пенсионерҙар командаһы почетлы беренсе урынды яуланы, Һамар спортсылары — Спартакиаданың көмөш призеры, ә бронзаны Омск пенсионерҙары үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Эш бит миҙалдарҙа, приздарҙа ғына түгел, өлкәндәр берҙәмлек, дуҫлыҡ менән һуғарылған Спартакиаданан аралашыуҙан, күңел йылылығынан, ҙур иғтибарҙан тағы ла йәшәреп, көс алып ҡайтты.
Читайте нас: