Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Июль 2020, 12:19

“Салауат Юлаев”тың ҡапҡасыһы – йәнә атай

“Салауат Юлаев” хоккей командаһының ҡапҡасыһы Юха Метсола өсөнсөгә атай булды. Был хаҡта клубтың матбуғат хеҙмәте социаль селтәрҙә хәбәр итте.

“Салауат Юлаев” хоккей командаһының ҡапҡасыһы Юха Метсола өсөнсөгә атай булды. Был хаҡта клубтың матбуғат хеҙмәте социаль селтәрҙә хәбәр итте.


Фото аҫтына: “Был юлы – малай”, – тип яҙылған. Юха Метсола менән уның ҡатыны ике ҡыҙ тәрбиәләй ине.


Әйткәндәй, “Салауат Юлаев” хоккей клубы 14 июлдә оҙайлы ялдан сығырға тейеш. Ике көн медицина тикшереүен үткәндән һуң, 25 июлгә тиклем “Өфө-Арена”ның яңыртылған майҙансығында Томи Ламса етәкселегендә күнекмәләр үткәрәсәк.


25 июлдә Өфө клубы Финлян­дияның Лахти ҡалаһына китәсәк һәм унда 6 авгусҡа тиклем буласаҡ. Ә 10 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы кубогына миҙгел алды турниры башланыр тип күҙаллана. Уның өсөн Континенталь хоккей лигаһының дүрт командаһы – “Салауат Юлаев”, “Нефтехимик”, “Трактор” һәм “Северсталь” командалары көрәшәсәк.


19 августа хоккейсыларыбыҙ Гагарин кубогы эйәләре турнирына Ҡазанға юлланасаҡ.
Читайте нас в