Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Февраль 2022, 12:12

Хуш, Ҡытай! Спортсыларҙы көт, Италия!

Ике аҙнанан ашыу барған Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланды.

olympicsrus
Фото:olympicsrus

4 февралдә Ҡытайҙың баш ҡалаһында башланған Ҡышҡы Олимпия уйындарының һуңғы ярыштары 20 февралдә ойошторолдо. Ошо уҡ көндә Ҡытайҙағы Олимпиаданы ябыу тантанаһы Пекиндың Милли стадионында уҙғарылды. Унда Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин ҡатнашты. Шуныһы үҙенсәлекле: донъя кимәлендәге спорт сараһын ябыуҙа артистар түгел, ябай кешеләр – уҡыусылар, студенттар һәм башҡалар сығыш яһаны.

 

Һөҙөмтәләр насар түгел

 

Беҙҙең йыйылма команда спортсылары Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты (ROC) исеме аҫтында ярышты. Сараны ябыу танта­наһында илебеҙ йыйылма командаһы әләмен “саңғы батшаһы” Александр Большунов күтәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙән 212 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында спортсылар һаны буйынса беренсе урында булды. Был күрһәткес беҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләй.

Тантаналы сарала ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында саңғыла 30 километр арауыҡҡа ярышып, призлы урын яулағандарҙы бүләкләнеләр. Улар араһында илебеҙҙең йыйылма коман­да­һынан ике спортсы бар ине: Александр Большуновҡа алтын миҙал тапшырылды, Иван Якимушкин көмөш ми­ҙалға лайыҡ булды. Әйткәндәй, сарала Рәсәй Саңғы ярыштары федерацияһы президенты Елена Вяльбе ҡатнашты.

Илебеҙҙең йыйылма командаһы Пекинда алты алтын, 12 көмөш һәм 14 бронза миҙал яуланы, рәсми булмаған миҙалдар иҫәбендә Рәсәй –  туғыҙынсы урында. Беренселә – Норвегия (16 алтын, һигеҙ көмөш, 13 бронза миҙал), икенселә – Германия (12, 10, 5), өсөнсөлә – Ҡытай  (9,  4,  2). Ә миҙалдар һаны буйынса Рәсәй (32) Норвегиянан (37) ғына ҡалышты.

Ул – Башҡортостандың спорт легендаһы

 

18 февралдә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында биатлондың һуңғы төрө масс-старт буйынса ярыштар үткәрелде. Командабыҙ составында Александр Логинов, Эдуард Латипов һәм Максим Цветков ҡатнашты. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Эдуард Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙарының береһе иҫәпләнә. Әммә спорттың үҙенең яҙылмаған ҡанундары бар... Был ярыштарҙа Норвегиянан Йоханесс Бё – беренсе, Швециянан Мартин Понсилуома – икенсе, Норвегиянан Ветле Шостад Кристиансен өсөнсө урынды яуланы. Илебеҙ өсөн сығыш яһаған Александр Логинов – 15-се, Эдуард Латипов – 19-сы, Максим Цветков 20-се урында ине.

Әммә шуны хәтерҙән сығармайыҡ: Эдуард Латипов – бөгөн үк Башҡортос­тандың спорт легендаһы. Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ­ҙан бер спортсы ла уның кеүек бер юлы өс миҙал яулай алғаны юҡ әле! Эдуардтың ҙур ҡаҙаныштары алда әле, тип юрайыҡ һәм уға уңыштар теләйек.

 

Тыуған яғына миҙал менән ҡайтты

 

19 февралдә Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан шорт-трексы Семён Елистратов Өфөгә ҡайтты. “Өфө” аэропортында спортсыны Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, былтыр Токиолағы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаш­ҡан Аделина За­һиҙуллина, Тимур Сафин, Өфө шорт-трек мәктәбе тәрбиәлә­неүселәре һәм башҡалар ҡаршы алды.

Һигеҙ ярым сәғәт осҡандан һуң тыуған ерендә үҙен шундай мәртәбәле ҡаршылағандары өсөн спортсы барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

 – Геройҙы ҡаршылаған кеүекһегеҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. – Пекинда барыһы ла яҡшы ойошторолғайны, әммә барыбер ҡытай ризыҡтарына өйрәнеп китә алманым. Тағы көн һайын ПЦР-тест тапшыр­ҙыҡ. Ҡытайға энергия өсөн рәхмәт­лемен. Бронза булһа ла, миҙал алып ҡайта алдым. Был минең өсөн мөһим.

Спортсы ғаиләһен һағыныуы, ҡайтҡас борщ ашаясағы, бер нисә көндән донъя чемпионатына әҙерләнә башлаясағы һәм башҡалар хаҡында белдерҙе.

– Өфөлә әҙерләнәсәкмен, йәғни ҡалабыҙҙа күнекмәләр һәм халыҡ-ара ярыштарға әҙерләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар, – тине ул. Спортсы шулай уҡ Пекинда яуланған бронза миҙалын Мәскәүҙәге Спорт министрлығы музейына тапшырырға теләүе хаҡында белдерҙе.

 –  Экскурсияла берәй шорт-трексы был фотоны күрер ҙә: “Ошо Елистратовтан минең ҡайһы ерем ҡайтыш?” – тип уйлар. Һәм икенсе миҙалды тап ошондай спортсы килтерер, – тип белдерҙе Семён Елистратов.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Өфөлә республика спорт музейын асасаҡтары, Семён Елистратовтың миҙалын шунда күсереү ихтималлығы хаҡында әйтте.

Шулай итеп, һәммәбеҙҙе һөйөндөр­гән дә, көйөндөргән дә Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихта ҡалды. Алда – тағы дүрт йылдан – яңы уңыш-ҡаҙаныштар вәғәҙә иткән Милан! 2026 йылда үтәсәк Олимпиадала  спортсыларыбыҙ тағы ла яҡшыраҡ уңыштарға өлгәшер, тигән ышаныстабыҙ: тормош дауам итә, спорт сәләмәт тормош алып барырға өндәй!

Айһылыу НИЗАМОВА.

 

Читайте нас: