Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Февраль 2022, 15:00

Тыуған иле була, тыуған йылы була, Әммә үлгән йылы булмай батырҙың!..

Алһыу Сәғитова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Уйылданова-Сәғитова уҡыусылар менән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Уйылданова-Сәғитова уҡыусылар менән.Фото:Алһыу Сәғитова.

Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы мәктәбендә ошо белем усағын тамамлаған, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт бурысын үтәгән хәрби хәрәкәттәр ветераны Раян Сәғитов иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте.

 

Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгән

 

Сарала 8 – 11 кластар, уҡытыу­сылар командаһы, “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең  Әбйәлил районы буйынса штабы етәксеһе Айрат Хәкимов, “Үҙеңде тап” йәштәр клубы етәксеһе Рәмил Иҫәнбаев һәм ветерандың туған­дары ҡатнашты.

Турнирҙы мәктәптең Салауат Рәжәпов етәкселегендәге “Юнармия” хәрәкәте асты. Мәктәп директоры Рәфил Дауытов саҡырылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләне, команда­ларға уңыштар теләне. Айрат Хәкимов һәм Рәмил Иҫәнбаев ошондай сараларҙың мөһимлеген, Әбйәлил районында был тәңгәлдә Сиҙәм мәктәбенең әүҙем эшләүен билдәләне. Мәктәптең йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыу­сыһы, отставкалағы капитан Салауат Рәжәпов һалдаттың хеҙмәт юлы менән таныштырып үтте:

–  Раян Сәғитов беҙҙең мәктәпте 2000 йылда тамамлағайны. 2002 йылда Рәсәй Армияһы сафтарына хеҙмәткә алына. Хәрби әҙерлек курстарын Коми Республикаһының Сыктывкар ҡалаһында үтә, унан һуң Рубцовск ҡалаһына күсерелә, артабан Чечняға ебәрелә. Инженер ғәскәрҙәре сафында сапер, атыусы була. Чечняның Шалин районы Мескер-юрт, Грозный, Дағстандың Хасавюрт ҡалаларында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ул. “Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, “I дәрәжә хеҙмәттәге отличие билдәһе”, “II дә­рәжә хеҙмәттәге отличие бил­дәһе”, “Бурысҡа тоғролоҡ” миҙал­дары менән бүләкләнгән. Һалдат­тың ата-әсәһенә командование исеменән рәхмәт хаттары ебәрел­гән. Беҙҙең Раян Сәғитов кеүек егеттәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

 

Ул тормошто яратты…

 

Артабан һүҙ ветерандың бер туған апайы, мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Уйылданова-Сәғитоваға бирелде. Ул ҡустыһының бала сағы тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште:

 – Ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Ике ҡыҙҙан һуң, ҡустым атайым өсөн көтөп алынған ир бала ине. Раян ҡустымдың яҙмышы ауыл малайҙарының яҙмышынан бер ни менән дә айырылманы. Ул бала саҡтан тормошто яратты, кешеләргә ҡарата иғтибарлы булды, атай менән әсәйгә һәр ваҡыт хөрмәт менән ҡараны. Спорт менән дуҫ булды. Мәктәптең “Урал” хоккей командаһының алыштырғыһыҙ уйынсыһы ине. Класташтары, дуҫтары араһында абруй ҡаҙанды. Бала саҡтан атайым кеүек армияла хеҙмәт итергә хыялланды. Атайы­быҙ Хабаровск крайының Ханка күле буйында танкист булып хеҙмәт итеп, тыуған яғына өлкән сержант дәрәжәһендә әйләнеп ҡайтҡан. Раян атайыбыҙҙың әрме хеҙмәте тура­һында һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай ине. Ҡустым Даян да ағаһынан өлгө алып үҫте. Ул да армияла матур итеп хеҙмәт итеп ҡайтты.

Раян мәктәпте тамамлағас, Таштимер училищеһын тамамлап, әрме хеҙмәтенә әҙерләнә башланы. Тик бала саҡта аяғын һындырыу сәбәпле, уны хеҙмәткә алмай йөҙәттеләр, әммә ул военкомат тупһаһын тапауын дауам итте. Шулай итеп, 2002 йылдың 18 майында хеҙмәткә алынды. Чечняға коман­дировкаға китеүен белгертеп миңә хат яҙҙы, ләкин атай менән әсәйҙе борсомаҫ өсөн уларға әйтмәҫкә ҡушты. Ҡәҙерле кешеләрем бик күп ваҡыт үткәс кенә улдарының Чечняла хеҙмәт иткәнен белеп ҡалды. Ҡустым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Тик бер генә ваҡиғаны гел иҫенә төшөрә торғайны. Ул –  класташы Юнысов Вадим исемле егет менән осрашыуы.

“Кемдер миңә исемем менән өндәште. Әйләнеп ҡараһам, клас­ташым Вадим. Беҙ ҡосаҡлашып,  айырылыша алмай торҙоҡ. Был ваҡытта мин иң бәхетле минуттар кисергәнмендер, сөнки сит төбәктә яҡташыңды осратыуҙан да оло бәхет юҡтыр”, – тигәйне.

Ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, ҡустым вахта ысулы менән эшләне, өйләнде. Ғаиләһе өсөн ул – терәк, улы өсөн өлгөлө атай ине, тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды...

Артабан хәрби хәрәкәттәр ветераны хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде һәм аҙаҡ уның хаҡындағы видеояҙма күрһәтелде.

Сараның икенсе өлөшө волейбол ярышы менән дауам итте.

 

Ярыштар сәмле барҙы

 

Командалар уйынға етди әҙер­ләнгәйне. Ярыш бик сәмле барҙы. Иң көслө командалар һәм уйынсылар билдәләнде. I урынды һәм күсмә кубокты – 11-се класс, II урынды – 9 “б” класы, III урынды 10-сы класс уҡыусылары яуланы. Иң яҡшы уйынсы исеменә Арсен Яуынбаев (11-се класс), иң яҡшы һөжүм итеүсе –  Эдуард  Сирғәлин (9 “б” класс), иң яҡшы аралаусы исеменә Айҙар Дауытов (10-сы класс) лайыҡ булды.

Мәктәптәрҙә ошондай мәртәбәле саралар йышыраҡ үткәрелеп торһон ине. Балаларҙа илһөйәрлекте тәрбиәләү бөгөнгө көндә бик мөһим.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Әбйәлил районы.

Кубокты яулаусы  11-се класс уҡыусылары.
Раян Сәғитовтың улы Рәзил.
Ярыш барышы.
Кубокты яулаусы 11-се класс уҡыусылары.
Читайте нас: