Рәсәй Хөкүмәте туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡсаны модулле спорт залдары һәм “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары төҙөлөшөнә йүнәлтәсәк. Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Эш “Физик культура һәм спорт” дәүләт программаһына ҡараған “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” яңы федераль проекты сиктәрендә атҡарыласаҡ. Хөкүмәттең аҡсалата ярҙамы һөҙөмтәһендә 80-дән ашыу спорт залы һәм 250-нән ашыу “аҡыллы” спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Бында заманса, яҡшы йыһазландырылған, һәр килгән кеше шәхси күнекмәләрен планлаштырыу мөмкинлеген булдыра алһын өсөн интернетҡа тоташтырылған урындар буласаҡ.
Өс йыл эсендә илдең 84 төбәге 20– 100 миллион һумлыҡ күләмдә субсидия аласаҡ. 2022 йылда – 2,4 миллиард һум, 2023 йылда – 3,3 миллиард һум, 2024 йылда 3,4 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
“Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” яңы федераль проекты Рәсәй Спорт министрлығы тарафынан 2030 йылға тиклем илдең социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик башланғыстары составында эшләнгән. Проект дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ сиктәрендә әүҙем физик культура һәм спорт мөхитен булдырыуҙы күҙаллай. Киләһе һигеҙ йылда, инвесторҙарҙы ҡалаларға һәм ауылдарға йәлеп итеп, физик культура һәм спорт инфраструктуралары эргәлә генә булдырыласаҡ, тип көтөлә. Әйткәндәй, 2021 йылда Өфөлә физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны 50,7 процентҡа еткән. Шулай итеп, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыусылар һаны, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 54 мең кешегә артҡан. Был мәғлүмәттәр менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт идаралығы рәйесе Егор Сорокин былтырғы һөҙөмтәләр тураһында һүҙ барған кәңәшмәлә таныштырған.
– Рәсәй Президенты, 2030 йылға илдә физик культура һәм спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнеүсе граждандар һаны 70 процентҡа етергә тейеш, тине. Беҙ ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн эштең бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлешен бүләбеҙ, – тип белдергәйне Егор Сорокин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендә ҡуйылған маҡсаттарға ярашлы, халыҡты һаҡлау, кешеләрҙең һаулығы һәм именлеге, 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем арттырыу – өҫтөнлөклө бурыстар.
Айһылыу НИЗАМОВА