Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Апрель 2022, 23:00

“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”

Һуңғы өс йылда спорт объекттарын сафҡа индереүгә 2 миллиард 850 миллион һум федераль аҡса йәлеп ителгән.

“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”

15 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров атҡаҙанған спорт мастеры, 2014 йылда Сочиҙа уҙғарылған Паралимпия уйындарында бронза миҙал яулаған, Рәсәйҙең күп тапҡыр терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргән спортсылар араһында саңғы ярыштары, биатлон буйынса күп тапҡыр чемпион Александр Давидович һәм уның тренеры Салауат Ғүмәров менән осрашты.

2012 йылдан саңғысы Рәсәй командаһы өсөн сығыш яһай һәм Башҡортостан Паралимпия резервының адаптив мәктәбендә күнекмәләр үткәрә. Быйыл мартта үткәрелгән Паралимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың Бөтә Рәсәй “Беҙ бергә. Спорт” ярыштарында Александр Давидович өс тапҡыр призлы урын яуланы.

- Һеҙ - ҡаһарман кеше миҫалы, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Был йыл спортсыларыбыҙ өсөн уңышлы булды. Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында Семен Елистратов менән Эдуард Латипов уңышлы сығыш яһаны. Уларҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Башҡортостандан Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар - Рәсәй йыйылма командаһының төп нигеҙе ул. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт. Спортсыларҙы әҙерләүгә етди ҡарайбыҙ. Артабан да шарттар булдырырға һәм иң юғары кимәлдәге ярыштар үткәрергә тырышасаҡбыҙ.

Паралимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың Ҡышҡы уйындары – илебеҙҙең айырым сит ил дәүләттәре сәйәсәтенә үҙенә күрә яуабы ул. Белеүегеҙсә, республикала Тамара Танһыҡҡужинаны Бөтә донъя шашкалар федерацияһынан сығарыуҙарына яуап итеп, халыҡ-ара гроссмейстерҙарҙы саҡырып, шашкасылар араһында ҙур халыҡ-ара турнир ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иттек.

Александр Давидович үҙ сиратында спорт карьераһын тамамларға йыйынмауы, киреһенсә, күнекмәләр үткәреүен дауам итеүе һәм ярыштарға, шул иҫәптән 2024 йылда Парижда үткәреләсәк Паралимпия уйындарына  әҙерләнеүе хаҡында әйтте.

- Яҡшы форманы һаҡлау өсөн барлыҡ ярыштарҙа ҡатнашырға кәрәк. Радий Фәрит улы, Һеҙгә даими ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, - тине Александр Давидович. – Башҡортостанды данға күмер өсөн ҡулымдан килгәнсә эшләйәсәкмен. Бында спорт әүҙем үҫешә, яңы объекттар төҙөлә, тренерҙарға булышлыҡ итәләр. Бөгөн балалар үҙҙәренең яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Спорт карьераһын тамамлағандан һуң тренерлыҡ эшенә күсергә уйлайым һәм тәжрибәмде балаларға еткерергә теләйем.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр йүгереү буйынса Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова Александр Давидовичҡа теләктәшлек белдерҙе. Ул спортсыларҙың ярыштарҙа ҡатнашыуы – мөмкинлектәре үҫешендә мөһим өлөш, тип белдерҙе.

- Тап унда ғына нимәләлер ҡалышыуыбыҙ, нимәләлер яҡшы формала икәнлегебеҙ хаҡында беләбеҙ. Спортсыларҙы ярыштарға йәлеп итеүҙең төп маҡсаты – беҙҙең өсөн өҫтөнлөк, - тине Рима Баталова. – Радий Фәрит улы, Һеҙгә спортсылар менән конструктив әңгәмәләр, башланғыстарыбыҙҙы хуплағанығыҙ һәм балаларҙы физик тәрбиәләүгә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Радий Хәбиров бындай осрашыуҙарҙың үҙе өсөн дә файҙалы икәнлеген билдәләне. Республикала ҙур спорт объекттарын төҙөү дауам ителә. Шулай итеп, күптән түгел Башҡортостан Гимнастика үҙәген техник асыу үткәрелде, Ишкәкле слалом үҙәген төҙөү башланды. Уларҙы федераль аҡсаны йәлеп итеп төҙөйҙәр.

Бынан тыш, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында сафҡа инәсәк боҙ һарайы һәм бассейн проекты әҙер. Был объект өсөн федераль бюджеттан 250 миллион һум тотоноласаҡ. Дөйөм алғанда, һуңғы өс йылда спорт объекттарын сафҡа индереүгә 2 миллиард 850 миллион һум федераль аҡса йәлеп ителгән.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Александр Давидовичты Башҡортостандың Маҡтау грамотаһы менән наградланы һәм аҡсалата сертификат тапшырҙы. Салауат Ғүмәровтың өс спортсыһы республика Башлығының рәхмәтенә лайыҡ булды һәм шулай уҡ аҡсалата сертификат алдылар.

Фотолар: glavarb.ru

“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: