Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Май 2022, 10:37

Һәр иртәне гимнастиканан башла

w-dog.ru
Фото:w-dog.ru

Көн һайын иртән физик күнекмәләр эшләү тәүлек әйләнәһенә көс тупларға ярҙам итә. Әйткәндәй, ҡытайҙар һәр иртә физик күнекмәләр эшләргә ярата. Был илдәге парктарҙа ла гимнастиканың төрлө төрө менән шөғөлләнгән кешеләр төркөмөн күрергә мөмкин.

Иртәнге гимнастиканы даими эшләү организмда ҡан әйләнешен, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, токсиндарҙы сығара һәм шатлыҡ, бәхет гормоны булған эндорфиндың эшләнеүен тиҙләтә, иғтибарлылыҡты арттыра, стреслы хәлдәрҙән сығырға булышлыҡ итә, әммә бындай күнегеүҙәр ябай һәм еңел булырға тейеш, юғиһә йоҡонан уянып бөтмәгән организмдың көсөр­гәнеш кисереүе ихтимал.

Шуны онотмағыҙ: иртәнге гимнастика күңелегеҙҙә ҡәнәғәтләнеү тойғоһон ҡалдырырға тейеш. Хэл Элрод үҙенең тотош донъяға билдәле “Иртә магияһы” тигән китабында, 21 көндө үтеп, 30-сы көнгә барып еткәс, кешелә ошо ғәҙәттең барлыҡҡа килеүен раҫлай. Ошо ваҡыттан һуң организм еңел генә йоҡонан уянасаҡ. Шулай итеп, иртәнге зарядкаға ҡарашығыҙ ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Был күнекмәләр әүҙем тормош алып бармағандар өсөн бигерәк кәрәк.

Гимнастика оҙайлылығының ярты сәғәттән артмауы зарур. Өҫтәүенә, күнекмәләрҙе башлар алдынан йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яйға һалыу өсөн бер стакан һыу эсергә тәҡдим итә белгестәр. Гимнастика алдынан улар ашарға кәңәш итмәй. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң 20 минут үткәс тамаҡ ялғау яҡшы икән.

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ошоно күҙ уңында тотоп, сәләмәт, тулы ҡанлы тормош алып барайыҡ, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, шатлыҡта йәшәйек!

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: